Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
15 Октябрь 2020, 15:35

Онотолмаҫ тәьҫораттар

Пандемия ваҡытында бер аҙ туҡтап торғандан һуң “Шафран” шифаханаһы йәнә үҙ эшен башланы. Бөтә санитария-эпидемиология нормаларын күҙәтеп, бөгөн бында ял итеүселәрҙе киң ҡолас менән ҡаршы алалар.

Алыҫ юлдан арып килгән кешеләр шифахананың ауырыуҙарҙы ҡабул итеү бүлегенә инеү менән үҙҙәрен икенсе мөхиткә килеп эләккәндәй тоя. Регистратурала уларҙы ихлас йылмайып ҡаршы алалар, артабан ашханаға ебәрәләр. Бында инде бөтә арыу-талыуҙарың ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыға. Бүлмәләрҙә лә бик уңайлы, телевизор, душ бар, һәр ерҙә бөхтәлек һәм таҙалыҡ.

Кухня эшселәре айырым маҡтауға лайыҡ – бында бик тәмле итеп, төрләндереп аш-һыу әҙерләйҙәр, официанттар ҙа итәғәтле. Диета төҙөүсе шәфҡәт туташтары ла һәр кем менән яҡшы мөғәләмәлә.

Табип билдәләгән дауалау алымдары менән бөтәһе лә ҡәнәғәт. Кешеләргә иғтибарлы, шәфҡәтле, үҙ эшен яҡшы белгән ысын һөнәрмәндәр хеҙмәт һала шифаханала. Ҡырҡ йылдан ашыу ошонда эшләгән табип Х. И. Ҡоҙабаев, Р. Р. Мифтахов, С. В. Камалова, А. Р. Шарипова, А. О. Юлдашбаевты бик күптәр маҡтап телгә ала.

Шифаханала ял итеүселәр поликлиника персоналына, шәфҡәт туташтары һәм санитаркаларға ла бик рәхмәтле. Бер һүҙ менән әйткәндә, бында татыу, тырыш коллектив тупланған. Шифахана хакимиәте - баш табип Ғ. Х. Ибраһимовҡа һәм уның урынбаҫары А. Р. Мөхәмәтйәноваға ла айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.

Әйткәндәй, бындағы һулап туймаҫлыҡ саф һауа, хуш еҫле үләндәр һәм хозур тәбиғәт тә дауалай. Йөҙйәшәр шыршылар һәм ҡарағайҙар үҫкән урман эргәһендә көтөү-көтөү йылҡылар йөрөгән иркен далалар йәйрәп ята. Ҡымыҙ - шифаханала төп дауалау сараларының береһе.

Бында килгән һәр кем йыр йәки шиғыр яҙып, картиналар төшөрөп, йәиһә ағас, сәскәләр ултыртып үҙенең рәхмәтен еткерергә, күңел йылыһын ҡалдырырыға тырыша. Шифахана клубында Әлшәй рәссамы Б. И. Змейкиндың натюрморттарын күрергә мөмкин, бихисап нәфис әҙәбиәт тупланған китапханала ғүмерен ошо шифаханаға арнаған Л. И. Пономаревҡа бюст ҡуйылған, уны ҡасандыр ошонда ял иткән бер скульптор эшләгән. Урындағы оҫталар ҙа ситтә ҡалмай, кемдер йәшен атҡан имән ағасын юнып, бик матур итеп урман һаҡсыһы - Шүрәле һынын яһап ҡуйған.

Кистәрен бында дискотека була, үҙешмәкәр сәнғәт оҫталарының концертында сығыш яһап, үҙ һәләтеңде күрһәтергә лә мөмкин. Профессиональ артистар ҙа шифаханаға йыш килеп тора. Первоуральск ҡасабаһынан бер нисә йыл элек шифаханала ял иткән бард йырҙарын башҡарыусы артист ошо хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан башҡорт ере, Шафран ауылы тураһында йыр ҙа яҙып ҡалдырған. Хәҙер бында үткән һәр сарала ошо йырҙы башҡаралар.

Шифаханала ял итеүселәр моңло көйҙө тыңлап, бәрәкәтле, һауыҡтырыусы Шафран еренә тағы ла бер килергә тигән теләк менән өйҙәренә таралыша.

Любовь ПОЛЯНКИНА (Силәбе), Елена ВОРОНЦОВА һәм Зөһрә СӨЛӘЙМӘНОВА (Өфө), Минзилә ИШЕМБӘТОВА (Красноусол), Гөлһыу һәм Айрат КУРМЕЕВТАР (Ыҫлаҡ), Ғәлиә АЛТЫНСУРИНА, Рәүис ҒӘЗИЗОВ (Октябрьский).

Читайте нас: