Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
14 Сентябрь 2020, 12:20

Ауылыбыҙҙың уңған хужабикәләре

Пандемия осоронда ла ауылдарҙа мәҙәниәт усаҡтары эше һүнмәне, саралар онлайн форматта үткәрелде. Түбән Әүрез мәҙәниәт йорто ауылдаштарына “Ауылымдың уңған ҡыҙҙары - килендәре”, “Мин йәйҙә ҡалам”, “Оҫта ҡулдар”һәм бик күп башҡа төрлө ҡыҙыҡлы конкурстар тәҡдим итте.

Район гәзите биттәрендә Түбән Әүрез ауылының иң егәрле, иң уңған ҡыҙҙары һәм килендәре ҡатнашҡан бәйге тураһында һөйләргә теләйем. Уларҙың береһе – Алена Фазылова. Тормош иптәше Владик менән ең һыҙғанып, тырышып донъя көтәләр, ике малай һәм ике ҡыҙ үҫтерәләр. Балалары яҡшы уҡыйҙар. Ҡыҙҙары Эвелина мәктәптә, ауыл һәм район мәҙәниәт йортонда уҙғарылған концерттарҙа әүҙем ҡатнаша.

Владик – шәп балта оҫтаһы, иретеп йәбештереү эштәрен дә яратып башҡара. Алена балаларҙы тәрбиәләй, баҡсала матур-матур сәскәләр, йәшелсә-емеш үҫтерә. Уңған ғаилә беҙҙең ауылда йорт һатып алып, уны ҙурайтып ҡороп та ҡуйҙы, шулай уҡ ҙур булмаған кибет тә асты.

Ғаиләнең ниндәй кимәлдә тырыш булып, татыу йәшәүен билдәләү өсөн уның йорт-ере, ҡаралты-ҡураһына күҙ һалыу ҙа етә. Сәлимйәновтарҙың да шулай. Рәсимә апай тормош иптәше Рәмис ағай менән хаҡлы ялға сығып тыуған ауылға әсәләре янына ҡайталар. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә әсәләре Әҙиә әбейҙең йортон танып та булмаҫлыҡ гөл-баҡсаға әйләндерәләр. Ул йорттағы иҫ киткес матур, күҙ яуын алып торған сәскәләр, зауыҡ менән биҙәлгән түтәлдәр, әкиәт геройҙары һындары, иҫке ҡойо, йылғасыҡ аша һалынған күпер барыһын да хайран итә. Өй тәҙрәләре, ҡоймалары милли биҙәктәр менән биҙәлгән. Был егәрле ғаиләне, булдыҡлы хужабикәне күптәргә өлгө итеп ҡуйырлыҡ.

Бәйгелә ҡатнашыусыларыбыҙҙың тағы береһе – ауылыбыҙ килене, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы Лариса Хәмиҙуллина. Тормош иптәше Илмар менән дуҫлыҡ һәм татыулыҡта өс ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.Иҫ киткес ҙур өй һалып керҙеләр, баҡсала гөл-сәскә, йәшелсә-емеш, ишек алды ҡош-ҡорт, мал-тыуар менән тулы. Нисек бөтәһенә лә өлгөрәләр тиң?!

Татыу ғаилә – бәхетле ғаилә, ти өлкәндәр. Хаҡ һүҙҙәр. Бары бер-береңде хөрмәтләү, бер-береңдең ҡәҙерен белеү генә ғаиләне татыу һәм бөтөн итә. Ә татыулыҡ, әлбиттә, бәхеткә юл яра. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе тормош девизы итеп, бергә матур ғүмер кисереүсе Зөлфирә менән Әхәт Шәйхлисламовтарҙың да тормош ҡороуҙарына 14 йыл була. Ауылыбыҙҙа уңған килендәребеҙҙең береһе Зөлфирә Шәйхлисламованы ла маҡтап китмәйенсә булмай. Таулы Ҡырғыҙстанда тыуып үҫеп, тегеүсе һөнәрен үҙләштергән Зөлфирәне яҙмыш Түбән Әүрез ауылына алып килә. Киленебеҙ баҡсала йәшелсә, емеш-еләк үҫтерергә бик ярата. Ә сәскәләрҙең ниндәйе генә юҡ! Зөлфирә ҡул эштәренә лә бик оҫта, бәйләм бәйләй, сейлән менән дә мауыға. Уның эштәре онлайн күргәҙмәлә лайыҡлы урын алды. Ҡыҙҙары Илгизә, әсәләре Бүләк апай менән йәшәүҙең мәғәнәһен, тормоштоң ҡәҙерен белеп, тирә-йүндәгеләргә үрнәк булып ғүмер кисерә. Бөтә нәмәләре лә етеш, тормоштары түңәрәк уларҙың. Ғөмүмән, тормошта ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн ныҡлы ихтыяр көсө, тырышлыҡ кәрәк. Ә Әхәт ағай менән Зөлфирәнең икеһенә лә хас был сифаттар.

Хәҙер заманы шулмы, ауылда көндөҙ ҙә ишек-ҡапҡаны бикләп йәшәй күп кеше. Ә беҙҙең Резеда Шәйбәкованың ҡапҡаһы ла, күңеле лә һәр саҡ асыҡ. Йорт-ҡураларының төҙөклөгө, тормоштарының муллығы ла тырыш хеҙмәт нәтижәһе. Баҡсаларындағы емеш-еләк ағастары мул уңыш менән һөйөндөрә, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫырайҙар. Ҡыҙҙары Наиләне һәм улдары Айнурҙы ла хеҙмәт һөйөүсән итеп тәрбиәләйҙәр. Мөләйем, алсаҡ Резеда апай ҡунаҡсыл хужабикә, телеңде йоторлоҡ итеп милли ризыҡтар бешерә. Онлайн оҫталыҡ дәресендә ул “Фәрештәнең күҙ йәше” бәлешен бешереү серҙәре менән уртаҡлашты.

Күптәр хәҙер ауылда умартасылыҡ менән шөғөлләнә һәм бынан ҙур табыш ала. Айгөл менән Флүр Шараповтар ҙа шундай ғаиләләрҙең береһе. Тәжрибәле Әүрез умартасыларының оҫталыҡ серҙәрен өйрәнеп, улар үҙҙәре лә бал ҡорттары кеүек егәрлеләр, тырыштар. Был кәсепкә ҡыҙҙары һәм улдарын да өйрәтәләр. Өлгөлө ғаилә пары, уларҙың йорто, ихатаһы менән һоҡланмау мөмкин түгел.

Бындай тырыш ғаиләләр, тиктормаҫ хужабикәләр беҙҙә бихисап. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ерҙә лә эшләмәгән, баҡса ла үҫтермәгән, сәскә тураһында әйтеп тораһы ла юҡ, оло йәштәге ата-әсәләренең пенсия аҡсаһына йәшәгән йәш ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа етерлек. Улар балаларына ниндәй тәрбиә бирә ала һуң? Беҙҙең конкурста әүҙем ҡатнашҡан егәрле, үҙҙәренең ныҡышмал хеҙмәте менән тормош байлығына өлгәшкән ауылдаштарыбыҙ улар өсөн өлгө булыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Светлана МУЛЛАҒӘЛИЕВА,

Түбән Әүрез ауыл мәҙәниәт йорто мөдире.

Читайте нас: