Яҙмыш беҙҙе ҡайһы ваҡыт ныҡлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа һынай. Үҙ һаулығың, яҡындарыңдың сәләмәтлеге һәм ғүмере – бер нәмә менән дә алыштырып булмаҫлыҡ ҡиммәттәр. Шулай уҡ беҙ ғүмер буйы эшләйбеҙ, өй һалабыҙ, мөлкәт туплайбыҙ. Был элек-электән шулай.
Быйыл июль айында миңә бер туған апайымды һуңғы юлға оҙатыу өсөн күрше төбәккә барырға тура килде. Поезда китеп барғанда өйөм яныуы тураһында шылтыратып, хәбәр иттеләр. Минең ул ваҡыттағы хәл-торошомдо һүҙҙәр менән генә аңлатырлыҡ түгел. Нимә эшләргә лә, нимә уйларға ла белмәнем. Ярай әле, шул ваҡыт йортомдоң страховкаланғанлығын иҫкә төшөрҙөм, тимәк, торлаҡты яңыртырға өмөт бар, тигән уйҙар күңелемде йылытты...
Апайымды ерләгәндән һуң янып көлгә әйләнгән “йортома” ҡайттым. Бар мөлкәтем дә, документтарым да янып юҡҡа сыҡҡайны. Ошо ауыр минуттарҙа ҡәҙерле ауылдаштарым иғтибарһыҙ һәм ярҙамһыҙ ҡалдырманы. Уларға Хоҙай Тәғәлә һаулыҡ, йорт-ерҙәренә именлек бирһен!
Ҡайтҡас та ҡатыным менән йортобоҙҙо страховкалаған “Ингосстрах”компанияһына мөрәжәғәт иттек. Унда хәлебеҙгә инеп, тейешле документтар йыйырға ярҙам иттеләр. 15-17 көн эсендә беҙҙең иҫәпкә аҡса күсте. Йорттоң нигеҙе бик ҙур зыян күрмәгәйне, әммә “Ингосстрах” беҙгә страховка суммаһын нигеҙҙең хаҡын да иҫәпләп, тулыһынса түләне.
Агентыбыҙ М. М. Әхмәтоваға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Минзилә Мөхлис ҡыҙы беҙгә страховкалау ваҡыты, уның нескәлектәре тураһында ентекләп аңлата. Шулай уҡ Раевка ауылындағы “Ингосстрах” офисы хеҙмәткәрҙәренә лә ҙур рәхмәт. Тейешле консультация бирҙеләр, документтарҙы ла тиҙ генә ҡабул иттеләр, шуның һөҙәмтәһендә аҡсаны оҙаҡ көтөргә тура килмәне.
Рәхмәт һүҙҙәрен шулай уҡ документтарымды яңынан тергеҙергә ярҙам иткән Аксен ауыл биләмәһе хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә лә еткергем килә. Уларға эштәрендә ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ теләйем.
Ауылдаштарыма ғына түгел, бөтә район халҡына мөрәжәғәт иткем киләм. Эйе, страховкалауға беҙ күп ваҡыт етди ҡарамайбыҙ. Мин хәҙер йәш кеше түгел, тормош тәжрибәм ҙур, шуға күрә ҡыйыу рәүештә һеҙгә кәңәштәремде лә еткерә алам: йортоғоҙҙо һәм бөтә мөлкәтегеҙҙе страховкалағыҙ! Был барығыҙҙың да хәленән килә, страховкалау күп бәләләрҙән һәм проблемаларҙан һаҡлай.
Сергей МЕЛЬНИКОВ.
Аксен ауылы.