«Беҙҙең ауылда эсә торған һыуҙың сифаты маҡтанырлыҡ түгел. Һеҙ ҡасандыр беҙҙә һыу таҙартыу системаһын төҙөү планлаштырылған, тип яҙҙығыҙ. Эш нисек бара?» - тип һорай район үҙәгендә йәшәүсе ханым.
-«Экология» милли проектының «Таҙа һыу» төбәк проекты сиктәрендә Раевка ауылында һыу таҙартыу станцияһы төҙөләсәк. Проект-смета документтары эшләнгән һәм экспертиза үткән. Хәҙерге ваҡытта республика Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы менән район бюджетына төҙөлөш өсөн субсидиялар биреү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Аукцион документацияһы эшләнде, ул аукцион иғлан итеү һәм подрядсы ойошманы билдәләү өсөн конкурент сәйәсәте буйынса БР Дәүләт комитетына ебәрелде. Эштәр өс йылға планлаштырылған. Быйыл әҙерлек эштәре, һыу таҙартыу станцияһы төҙөү өсөн майҙансыҡты вертикаль планлаштырыу көтөлә. Төп төҙөлөш-монтаж эштәре 2021-2022 йылдарҙа башҡарыласаҡ. Объектты файҙаланыуға тапшырыу 2022 йылдың декабренә планлаштырылған, - тип яуап бирҙе район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы белгесе Альбина СӘЛИХОВА.