Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
7 Август 2020, 20:00

"Ҡойо янында силәкле йәш килендәрҙе күрергә хыялланам..."

Ыҫлаҡ ауылы халҡы емерелгән ҡойоно тергеҙҙе.

Күптән түгел редакциға Өфөнән хат килде. Уның авторы Зәмирә Сәфәрғәлиева беҙҙең менән шатлыҡлы хәбәрен уртаҡлашҡан. Ул тыуған ауылы Ыҫлаҡта күмәк көс менән иҫке ҡойоно тергеҙеүҙәре тураһында яҙа, уны төҙөүҙә ҡасандыр атаһы, фронтовик Яхин Әхиәр Зиннәт улы ла ҡатнашҡан була. Хат авторы сығанаҡты төҙөкләндереү инициативаһын күтәреп сыҡҡан. Уның тәҡдимен күршеләре лә, Йәшел урамда йәшәүселәр ҙә хуплаған.

«Дәһшәтле һуғыш бөткәнгә лә 75 йыл уҙған. Был байрамға бөтә ил әҙерләнде. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙа ғына, коронавирусҡа ҡарамаҫтан, күпме төҙөлөш эштәре йәйелдерелде, күпме яңылыҡтар индерелде. Мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар төҙөлдө, парктар булдырылды, юлдар төҙөкләндерелде...

Тыуған Әлшәй районыма ҡайтҡан һайын шатланып бөтә алмайым. Урамдары төҙөк, заманса матур йорттар теҙелеп киткән, икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙары гөрләп тора, һоҡланып ҡарап бараһың. Эйе, бына шундай матур тормош өсөн беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында алышты. Улар тыуған еребеҙҙе фашист илбаҫарҙарынан һаҡлап ҡалыу өсөн төрле фронттарҙа ҡан ҡойғос алыштарҙа ҡатнашҡан. Бик күп орден-миҙалдарға лайыҡ булған атайым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Яхин Әхиәр Зиннәт улы ла дәһшәтлеһуғыш юлын үтеп, Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән. Ул бәхетле оҙон ғүмер кисереп, 94-се йәшендә вафат булды. Мин атайымдың яҡты иҫтәлегенә Ыҫлаҡ ауылының иң матур урамдарының береһ – Йәшел урамындағы ҡойоно төҙөкләндерергә ҡарар иттем.

Был ҡойоно 1970 йылда атайым Әхиәр Яхин, Миҙхәт Бакиров, Ришат Вәхитов, Рифҡәт Дәүләтов ҡаҙып, таш менән күтәрткән һәм бура ҡуйған. Уның тәрәнлеге - 20 метр. Һыуы һәр ваҡыт таҙа һәм тәмле булды. Инде күпме йылдар үтеп киткән, күпме кеше унан һыу эскән… Илле йыл дауамында был ҡойо бик иҫкергәйне. Ауылда һыуға бәйле проблема юҡ, һәр кемдең йортонда үҙ ҡойоһо бар. Урамыбыҙҙың ике яғында ла шишмә селтерәп аға. Әммә күптәр, элеккесә, ошо ҡойо һыуын эсә. Тыуған яғыма ҡайтҡан һайын шул ҡойоно күреп йөрәгем әрнене, ул емерелеп төшөр ҙә, күмеп ҡуйырҙар кеүек ине. Шуны уйлағандан һуң, был ҡойоға икенсе ғүмер бүләк итергә булдым.

Минең тәҡдимемде күршеләрем дә хупланы. Ауылдың тырыш егеттәре Тәлғәт Сафин, Азат Лотфуллин, Ринат Дәүләтов һәм ошо урамда йәшәүселәрҙең күбеһе ярҙам ҡулы һуҙҙы, мин уларға бик рәхмәтлемен», - тип яҙа Зәмирә апай.

Йәшел урамындағы шаулап үҫкән талдар уратып алған яңыртылған ҡойоға элекке кеүек йәштәр килен төшөргәндә тағы һығылмалы көйөнтәләренә биҙәкле силәктәрен аҫып килен һыуына килерҙәр, тип өмөтләнә Зәмирә Әхиәр ҡыҙы. Беҙ ҙә Зәмирә Сәфәрғәлиеваның хыялы һис шикһеҙ тормошҡа ашыр, тип ышанабыҙ.

Ә һеҙҙең ауылдарығыҙҙа ниндәй яҡшы яңылыҡтар бар? Һеҙҙән дә хәбәрҙәр көтәбеҙ, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ. Яҙып ебәрегеҙ, ә беҙ уларҙы гәзитебеҙ биттәрендә мотлаҡ баҫтырасаҡбыҙ.

Читайте нас: