Балалар баҡсаһында сабыйҙарҙың тормошо – был, әлбиттә, байрамдар ғына түгел, ғәҙәти көндәр ҙә. 7-се балалар баҡсаһы коллективы балаларҙың һәр көнөн сағыу һәм онотолмаҫлыҡ итеп үткәрергә тырыша.
Балалар тәрбиәләүҙә беҙҙең төп ярҙамсыларыбыҙ - ата-әсәләр. Балалар баҡсаһында сабыйҙарға күңелле булһын өсөн беҙ ата-әсәләр менән уңайлы шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ. Һәр төркөмдә һәр бер сараларҙа, ижади конкурстарҙа ҡатнашҡан ата-әсәләр бар. Территорияны һәм майҙансыҡтарҙы төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләр ҙә иғтибарҙан ситтә ҡалмай.
Бигерәк тә Карповтар, Садыҡовтар, Юлдашевтар, Симахиндар ғаиләләрен билдәләп үтәһе килә. Әле күптән түгел генә, Федор Федорович Клюшкиндың алтын ҡулдары менән балалар баҡсаһының бер уйын майҙансығында бик матур паровоз барлыҡҡа килде. Һәр иртә беҙ балалар менән мөғжизәле әкиәт һәм бала саҡ иленә китәбеҙ. Шундай ярҙамсыларыбыҙ булыуына беҙ бик шатбыҙ!
7-се балалар баҡсаһы мөдире.