Жәдит ағай Совет армияһы сафында хеҙмәт итеп ҡайта, "Победа" колхозында эшләп йөрөгәндә Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, Ҡармыш урта мәктәбендә тарих фәненән балаларға белем бирҙе. Жәдит Минегәрәй улы етәкселегендә Ҡармыш һәм Сурай ауылының тиҫтәләгән егете механизатор һөнәренә өйрәнеп, ҡулдарына һөнәри таныҡлыҡ алыуға өлгәште. Ул үҫтергән нисәмә быуын механизаторҙар баҫыу-ҡырҙарҙа әле лә тырышып хеҙмәт һала.
Ҡатыны - Рәйсә Минегәрәй ҡыҙы ла уҡытыусы ине, уның да мәрхүм булғанына 10 йыл инде. Татыу ғаиләләрендә бөркөттәй өс ул үҫтереп, аяҡҡа баҫырға, тормош көтөргә ярҙам иттеләр. Йәнгировтарҙың улдары бөгөн Ҡармышта өлгөлө ғаиләләр иҫәбендә, үҙҙәре лә һоҡланғыс балалар үҫтерә.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Жәдит Минегәрәй улы 12 йыл дауамында шәжәрәләр төҙөнө. Йәнгировтар - Ҡармыш ауылына нигеҙ һалған иң боронғо нәҫелдәрҙең береһе. Ошо нәҫел ептәрен тағатып, шәжәрәләр төҙөп кенә ҡалмай, йыл һайын йәмле йәй айҙарында Тирәклектә Шәжәрә байрамы ла ойошторҙо аҡһаҡал.
Һин йәшәнең тик башҡалар өсөн.
Ҡылғандарың булды изгелек.
Йәнең тыныс, рухың шат булһын,
Һинән ҡалды яҡты иҫтәлек.