- Хаҡлы ялдағы кешеләр аралашыуға мохтаж, гел донъя, йорт мәшәҡәттәре менән мәшғүлдәр, шуға күрә мин бындай осрашыуҙарҙы йышыраҡ ойошторорға саҡырам, - тине сараны асып, Ыҫлаҡ ауыл биләмәһе башлығы Марс Мөхтәсимов.
Ауыл старостаһы Мәрүәр Мөхәррәм улы Хәмиҙуллин да уның һүҙҙәрен хупланы.
Артабан кисә бик матур итеп әҙерләнгән бай өҫтәл артында дауам итте, бында шулай ук бөтә тирә-яҡҡа даны таралған шифалы башҡорт ҡымыҙы ла бар ине. Оло йәштәгеләр рәхәтләнеп күңел асты, ихлас һөйләшеп-аралашып ултырҙы, кисә концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Бөтә ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған Земфира Хажи ҡыҙы Әхмәтова һәм Наилә Нурмый ҡыҙы Хажиәхмәтова, оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында мөдир булып хеҙмәт һалған Рәмилә Нуриман ҡыҙы Нурмиева, хаҡлы ялда булһалар ҙа эшләүҙәрен дауам иткән Гүзәл Батырова, Фатима Мостафина, Зилә Хәйруллина моңло йырҙарын бүләк итте. Ә Наилә Хажиәхмәтова үҙе яҙған шиғырҙарын йөрәккә үтеп инерлек итеп уҡып ишеттерҙе. Мәрүәр Хәмиҙуллин ҡыҙыҡ-мәҙәктәр һөйләп көлдөрҙө. Флорида Хәйруллина, Ғәлиә Ғайзуллина ысын артистар кеүек оҫта итеп башҡорт бейеүҙәрен башҡарҙы.
Сараға килеүселәр күңел асып ҡына ҡалманы, үҙҙәрен борсоған проблемалар: ауылыбыҙҙың киләсәге, йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреү, эскелеккә һәм ауылда спиртлы эсемлектәр менән һатыу итеүселәргә ҡаршы көрәште көсәйтеү тураһында ла һөйләштеләр.
Беҙ киләсәктә лә бындай осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәрергә ниәтләп таралаштыҡ.
Гүзәл БАТЫРОВА,
Ыҫлаҡ урта мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.