Әлшәй хәбәрҙәре
+14 °С
Ясно
Редакция почтаһынан
6 Января 2020, 11:10

Әлшәй ҡыҙҙары – чемпион!

Раевка ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә 5 ғинуарҙа ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында волейбол буйынса район-ара турнир үтте.

Был мауыҡтырғыс спорт сараһында әлшәйҙәр чемпион исемен яулаһа, бәләбәйҙәр – икенсе, Раевка ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы өсөнсө урынды алды.
Судьялар коллегияһы төрлө номинацияларҙа иң яҡшы уйынсыларҙың исемен дә атап үтте. Улар – Лиана Кинйәбулатова (Әлшәй районы командаһы), Екатерина Фирсова һәм Ләйсән Шәймиева (Раевка ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы), Ольга Комарова (Бәләбәй районы командаһы).
Динар ӘХМӘҘРИСЛАМОВ,
спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе.
Читайте нас