Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
26 Декабрь 2019, 13:10

Социаль приютта - Яңы йыл тамашаһы

Ҡунаҡтар балаларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән тәбрикләне һәм төрлө приздар, тәмле-татлы бүләктәр өләште.

Раевка ауылының балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приютында матур Яңы йыл тамашаһы үтте. Тәрбиәселәр бик йөкмәткеле программа әҙерләгәйне. Тылсымлы йырҙар, дәртле бейеүҙәр, төрлө уйындар һәм конкурстар, Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙы ҡаршылау – быларҙың барыһы ла мөғжизәле миҙгел яҡынлашыуын белдереп, балаларҙың кәйефен күтәрҙе.

Байрам сараһында район хакимиәте, “Берҙәм Рәсәй партияһының йәш гвардияһы”, “Хәрби туғанлыҡ” йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре, ирекмәндәр, “Плазма” автосалоны хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар ҡатнашты. Улар балаларҙы яҡынлашып килгән Яңы йыл менән тәбрикләне һәм төрлө приздар, тәмле-татлы бүләктәр өләште.

Читайте нас: