Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
25 Декабрь 2019, 19:00

Ташлы китапханаһында булдылар

Кескәйҙәргә экскурсия бик оҡшаны.

Ташлы ауылы китапханаһы хеҙмәткәрҙәре балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәр өсөн “Бында китаптар йәшәй” тип аталған экскурсия ойошторҙо. Бәләкәстәр бында нисек китап һайларға, үҙеңде китапханала нисек тоторға өйрәнде, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән китап күргәҙмәләрен ҡараны.

Шулай уҡ улар музейҙа булды һәм Ташлы, Таштүбә, Баязит ауылдары тарихы менән танышты, билдәле яҡташтары, шәжәрәләр тураһында бик күп мәғлүмәт алды. Кескәйҙәргә экскурсия бик оҡшаны, тиҙерәк уҡырға өйрәнеп, сағыу тышлы китаптарҙы уҡыу теләге менән өйҙәренә таралышты, тип хәбәр итә беҙгә Ташлы ауылы китапханаһы мөдире Фәнисә Ислам ҡыҙы Ғәлиәкбәрова.

Читайте нас: