Быйыл Үрнәк ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөкләндереү буйынса ҙур эш башҡарылды. Элекке клуб бинаһында урынлашҡан медпунктҡа һыу үткәрелде, канализация эшләнде. Шулай уҡ дүрт тәҙрә пластик пакетҡа алмаштырылды. Хәҙер беҙҙә йылы, ауырыуҙарҙы ҡабул итеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған.
Район гәзите аша был эштә ярҙам күрһәткән район хакимиәте башлығы Дамир Мостафинға, район дауаханаһының баш табибы Наил Зыязетдиновҡа, Казанка ауыл Советы хакимиәте башлығы Вил Йомағужинға, “Агротехснаб” йәмғиәте директоры Фаил Шәңгәрәевҡа, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мирғәсим Әкимбәтовҡа рәхмәт белдергебеҙ килә. Шулай уҡ ауыл проблемаларына битараф булмаған депутат Малик Фазлыевҡа, ауылдаштарыбыҙ Фларида Фазлыеваға, Азат Йәһүҙинға, Ринат Сәлимгәрәевҡа, Радмир Фазлыевҡа ла рәхмәтлебеҙ.
Рүзилә ИСМӘҒИЛЕВА,
фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире-фельдшер.