Һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, аралашыусан депутат үҙ һайлаусыларының үтенесен кире ҡаҡмай, проблемаларҙы тиҙ генә хәл итергә, ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша.
Күптән түгел ауыл Советында үткән осрашыуҙа ла биләмә халҡы Рафаэль Рәсүл улына изге ғәмәлдәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Эшлекле, һүҙендә тора белгән депутатҡа ышаныс белдереп, алдағы көндәрҙә лә бергә-бергә эшләргә, көнүҙәк мәсьәләләрҙе берлектәге тырышлыҡ менән хәл итергә тигән теләктә ҡалдылар.
Ауыл халҡы исеменән Ә. ҒАФФАНОВ.