Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
21 Октябрь 2019, 13:53

Мәктәп йылдары - ҡабатланмаҫ матур бер миҙгел

Кеше күңелендә мәңге юйылмаҫ шатлыҡтар, иҫтәлектәр тап ошо мәктәп йылдарында һалына.

Ғәжәйеп күңелле, онотолмаҫ йылдар. Беренсе ҡыңғырау, беренсе дәрес, беренсе уҡытыусы... Мәшәҡәтле тормошта донъя ҡыуып, эш, ғаилә тип, балалар үҫтерәм, уҡытам тип, унан инде ейәндәр тәмен тойоп, йылдарҙың үтеүе һиҙелмәй ҙә ҡалған.

Һәр мәктәптең үҙенә генә хас традициялары бар. Беҙҙең районда ул – осрашыу кисәләре. Һәр йылды түңәрәк дата үткәргән мәктәп тамамлаусылар йыйылышып, осрашыу ойоштора. Был күркәм йола беҙҙең сығарылышты ла урап уҙманы. Беҙ Раевка ауылының 1-се мәктәбен (әле М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы) 1979 йылда тамамлап, төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралғайныҡ. Әммә йылдар уҙыу менән был миҙгелдәр шул тиклем һағындыра һәм ҡәҙерле була бара. Синыфташыңдан да яҡыныраҡ, беренсе уҡытыусыңдан да изгерәк кеше юҡ төҫлө тойола.

Мәктәпте 40 элек тамамлап сыҡҡан 15 малай һәм 18 ҡыҙ йәнә үҙҙәренә белем биргән йорттоң тупһаһына баҫты. Инде ейәндәребеҙҙе ҡаршылаған, уларҙы уҡытҡан әлеге мәктәп тағы ла яҡыныраҡ булып күңелдәргә дәрт өҫтәй. Беҙ ултырған кабинеттар инде заманса йыһазландырылған, элекке мәктәпте бөтөнләй танырлыҡ та түгел.

Был көн синыфташтар осрашыуы ғына түгел, ә тормош тәжрибәһе туплаған өлкәндәрҙең үҙ-ара рәхәтләнеп кис ултырыуы, кәңәшләшеүе лә булды. Мәктәп буйынса экскурсия тамамланғас, район үҙәгенең матур кафеһында осрашыу дауам итте. Һәр кем үҙенең тормошо, ғаиләһе, эше менән яҡынданыраҡ таныштырып уҙҙы һәм, әлбиттә, мәктәп йылдарында иҫтә ҡалған иң ҡыҙыҡлы миҙгелдәр менән уртаҡлашты. Ә инде класс етәксебеҙҙең беҙҙең янға килеүе осрашыуҙың иң юғары нөктәһе булды. Тайфа Шакир ҡыҙы һис кенә лә үҙгәрмәгән, дәрескә килгән төҫлө етди генә атлап инде лә, үҙенең ҡошсоҡтарын сәләмләп, һөйләп тә ебәрҙе. Шундай талапсан, төплө белемле, йор һүҙле уҡытыусыбыҙ оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр уҡыусыһын яҡшы хәтерләй, дәрестең һәр минутын иҫкә алып, төрлө ваҡиғаларҙы беҙгә, алтмыш йәшкә (!) яҡынайып килгән уҡыусыларына, талғын ғына еткерә. Уның үҙ-үҙен тотошона, һәр әйткән һүҙенә иҫең китерлек! Ул хәҙерге ваҡытта мәктәптә эшләгән уҡытыусылар, уҡытыу системаһы менән таныштырҙы һәм уның уҡыусыларының иң яҡшылары булыуын әйтеп үтте.

Форсаттан файҙаланып, беҙ уҡытыусыбыҙҙы күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Уға ныҡлы сәләмәтлек теләйбеҙ, хеҙмәт емештәренең игелеген күреп йәшәргә яҙһын.

Был кисәне үткәреүҙә бөтә ойоштороу мәсьәләләрен синыфташыбыҙ Илдар Ризуанов үҙ өҫтөнә алды, бының өсөн уға айырым рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

1979 йылғы сығарылыш синыф уҡыусылары исеменән Торонтайыш урта мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Тәминдәр БУРАНБАЕВ.
Читайте нас: