Әлшәй хәбәрҙәре
+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
21 Октябрь 2019, 17:29

“Халыҡ шағиры халыҡ менән ҡала...”

Ҡармыш ауылы китапханаһында Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан “Халыҡ шағиры халыҡ менән ҡала...” тип аталған әҙәби кисә үтте.

- Бөйөк шағирҙы данлап, башланғыс синыф уҡыусылары (класс етәкселәре – Г. Ф. Һәүбәнова, Р. Х. Садиҡова) “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесынан өҙөк сәхнәләштереп күрһәтте, шиғырҙар һөйләнеләр. Кисә аҙағында сарала ҡатнашыусылар бергәләшеп, М. Кәрим һүҙҙәренә ижад ителгән “Уҡытыусыма” йырын башҡарҙы, - ти китапханасы Мәрзиә Абдрахманова.


Читайте нас: