Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
16 Октябрь 2019, 12:32

Алтын көҙҙөң матурлығы саф хистәрҙе уятты...

Ҡыпсаҡ - Асҡар ауыл китапханаһының " Ихлас" клубы ағзалары ошо көндәрҙә, был донъяның бөтмәҫ мәшәҡәттәренән бер аҙға арынып, көҙгө урманға сәйәхәт ҡылды.

“Аяҡ аҫтындағы һары япраҡтарҙы ҡыштырҙатып, бар донъяны уратып алған һары, ҡыҙыл төҫтәргә һоҡланып йөрөнөк. Алтынға мансылған япраҡтар, миләш-баландарҙың ҡыҙыл тәлгәштәре – үҙе бер тәбиғәт мөғжизәһе бит! Күңелдәрҙә матур хистәр тыуып, һәр кемебеҙҙең йөрәк түренә бөтмәҫ-төкәнмәҫ ләззәт тойғоһо өҫтәгәндәй булды”, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы китапханасыһы Рәмзиә Иманғолова. - Алсаҡ йәй менән хушлашып, алтын көҙгә аяҡ баҫҡанда, күңелдәрҙе бер аҙ моңһоу уйҙар ҙа солғап алғандай. М. Кәримдең, Г. Юнысованың, Ф. Абдуллинаның, А. С. Пушкиндын шиғырҙары был хистәрҙе тағы ла тәрәнәйтеп, алыҫта ҡалған йәшлек йылдарына алып ҡайтты.


Читайте нас: