Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
14 Октябрь 2019, 12:59

Ҡармышта матур байрам үтте

“Балаларға үҙ ауылында уҡыу мөмкинлеге булыу - ҙур бәхет ул. Иркен, яҡты, йылы, заманса йыһазландырылған мәктәбебеҙ уттары һүнмәһен!”

Тантаналы линейкала мәктәп директоры Зифа Рәүеф ҡыҙы Йәнгирова килгән ҡунаҡтарҙы, уҡытыусыларҙы байрам менән тәбрикләне, мәктәптең ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Артабан кисәгә килеүселәр Асия Хәйрулла ҡыҙы Әкимбәтова етәкселегендә ойошторолған байрам концертын кинәнеп ҡараны. Уҡыусы балаларҙың йыр-бейеүгә маһирлығы, тасуири итеп шиғыр һөйләүҙәре, мәктәп тормошон сәхнәләштереүҙәре барыһының да күңеленә хуш килде.

Мәктәп ашханаһында әҙерләнгән мул сәй табыны артында Асия Әкимбәтованың моңло йырҙарын, ашнаҡсы булып эшләүсе Фәйрүзә Фәнис ҡыҙының үҙе ижад иткән шиғырҙарын тыңлап әҫәрләнеп ултырҙы тамашасылар. “Балаларға үҙ ауылында уҡыу мөмкинлеге булыу - ҙур бәхет ул. Иркен, яҡты, йылы, заманса йыһазландырылған мәктәбебеҙ уттары һүнмәһен!” тигән теләктә, күтәренке кәйеф менән, гөлләмәләр тотоп таралышты байрамға килгән хөрмәтле уҡытыусылар.

Читайте нас: