Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
20 Сентябрь 2019, 12:41

"Серле биҙәктәр” байрамы

Был сара һаман да күңелдәрҙә матур бер хәтирә булып һаҡлана, - тип хәбәр итә беҙгә аҡҡолайҙар.

Быйыл йәй Иҫке Аҡҡолай мәктәбендә үткән “Серле биҙәктәр” байрамы һаман да күңелдәрҙә матур бер хәтирә булып һаҡлана, - тип хәбәр итә беҙгә аҡҡолайҙар. Әлшәйҙә генә түгел бөтә республикала киң билдәле балаҫ һуғыу оҫтаһы Зәкирә Воронцова был сарала оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Байрамға Өфөнән дә ҡунаҡтар килгәйне, улар селтәр, француз яулыҡ, милли кейемдәр тураһында һөйләне.

Зәкирә апайҙың балаҫтары күҙҙең яуын алып тора, уларға ҡарап һоҡланмаған кеше һирәктер. Әсәһе Нәсихә инәй Сиражетдинова һуҡҡан аҫалы балаҫтар ҙа кейәүгә сыҡҡан ҡыҙҙарҙың бирнәһен зауыҡландырып, бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған. Зәкирә апай әсәһенең һөнәрен дауам итеп кенә ҡалмай, ейәндәре Артем менән Кристинаны ла балаҫ аҫалау серҙәренә өйрәтә.

Ә беҙгә халҡыбыҙҙың боронғо кәсебен һаҡлаған ошондай апайҙарға рәхмәт әйтергә һәм һоҡланырға ғына ҡала.


Читайте нас: