Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һиндә күңелем, уйым, тойғоларым, Йөрәгемдең ҡайнар хистәре...

Мең башҡорттары төйәк иткән Яңы Сәпәш ауылының 115 йыллыҡ юбилейына ла алыҫ араларҙы яҡынайтып, ҡунаҡтар килде, Сәпәш халҡы ҙур татыу бер ғаиләләй, күптән көткән осрашыуға йыйылды.

Тирмә эргәһендә ҡаҙандар аҫылған, өҫтәлдәр һый-ниғмәт менән тулған. Халыҡтың байрам кәйефе, ихласлығына тәбиғәт тә битараф ҡала алманы, матур ҡояшлы йәйге көн бүләк итте.

Яңы Сәпәш ауылының тәүге исеме - Яңы Ҡайып. Ни өсөн тәүҙә батыр Ҡайып исеме бирелеүе тураһында театрлаштырылған тамаша күрһәтелгәндән һуң, сәхнәгә батырҙың етенсе быуын вәкиле Айҙар Минулла улы Ҡайыпов саҡырылды. Ауылыбыҙ ағинәйе Хәлимә инәй Хәкимова изге теләк-ниәттәре менән байрамға фатиха бирҙе. Тантананың рәсми өлөшөндә Ибрай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Гөлсара Сафина йыйылыусыларҙы ихлас тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. Яңы сәпәштәрҙең байрам шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы урынбаҫары - финанс идаралығы етәксеһе Ильяс Кашапов та килгәйне. Үҙ сиратында ул ауыл байрамын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашҡандарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.

Заманында төрлө тармаҡтарҙа намыҫ менән эшләгән хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләнеләр. “Ауылдың иң актив кешеһе” тип Әхсән Ғаффанов билдәләнһә, “Ауыл батыры” номинацияһында Әхнәф Ҡотлозамановҡа тиңдәр булманы. Байрам көндө Ватан алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡан Урал Аҫылғужин да бүләкһеҙ ҡалманы. Атай нигеҙен ҡоротмай, тырышып донъя көткән ғаиләләр ҙә билдәләп үтелде.Үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусыларға ла иғтибар бүленде.

Һәр ауыл үҙенең ғорурлығы булған арҙаҡлы шәхестәре менән дан тота. Яңы Сәпәштә тыуып үҫкән яҡташтарыбыҙ ҙа, ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, яҙмыштары туған тупрағына бәйләнгән. Билдәле сәсәниә, башҡорт фольклорсы-ғалимы, филология фәндәре докторы Розалия Солтангәрәеваның был байрамға килеүе шуны дәлилләй. Ул үҙ сығышында халыҡты иман аша тәрбиәләүгә, йолаларыбыҙҙы тергеҙеүгә ҙур иғтибар бирергә саҡырҙы. Ауылыбыҙҙың элекке исемен ҡайтарыу тураһында ла тәҡдим индерҙе.

Спорт ярыштары, халыҡ уйындарынан тыш ниндәй байрам булһын инде. Берәүҙәр күҙ бәйләп көршәк ватһа, икенселәр көйәнтәләп һыу ташыны, кемдәрҙер ҡалаҡҡа йомортҡа һалып ярышты. Ир-егеттәр, йәш-елкенсәк арҡан тартышһа, урта йәштәгеләр тоҡ кейеп йүгереште. Көрәшселәр келәмдә бил һынашты. Шулай булмай ни, төп приз - тәкәне билдәле көрәшсе Ҡотлозаманов үҙе ҡуйған бит, башҡа приздар ҙа әҙерләгән. Футбол, йүгереү, ҡул көрәше барған ерҙә лә тамашасылар бик күп йыйылған.

Ә сәхнәлә тәбрикләүҙәр, йыр-моң тынманы. Ауылыбыҙҙың һәүәҫкәр сәнғәт оҫталары, район мәҙәниәт йорто артистарының, ҡунаҡтарҙың дәртле сығыштары байрамға йәм өҫтәне.

Яңы Сәпәштең үткәне һәм бөгөнгөһө менән таныштырған стендтар эргәһенән дә халыҡ өҙөлмәне. Һәр кем үҙенең яҡындарының, танышының фоторәсемен күрергә тырышты.

Күңелле дауам итте байрам. Күптән күрешмәгән ауылдаштар танһыҡтары ҡанғансы аралашты, бергәләп күңел асты. Артабан да ауылыбыҙҙа байрамдар гөрләп үтеп торһон, тигән теләк тә белдерҙеләр. Булыр, Алла бирһә, донъяларыбыҙ ғына имен торһон. Ә кисен дискотека ойошторолдо, байрам салюты яңғыраны. Тағы ла шуныһы: ауылдаштар осрашыуы айыҡ үтеүе менән дә үҙенсәлекле булды.

Ошондай сағыу тантананы үткәреүгә ауыл халҡы ғына түгел, ситтә йәшәүсе ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ ҙә көс түкте. Кемдер бағыусы булды, кемдер төҙөкләндереү эшендә әүҙем ҡатнашты, кемдер тел ярҙамы менән үҙ өлөшөн индерҙе. Аҡсалата ярҙам күрһәткән бағыусыларыбыҙ Юлай Дәүләтшинға, Евгений Фирсовҡа, Александр Макаровҡа, Зәбир Фәйзуллинға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Альмира ҒАФФАНОВА,

Яңы Сәпәш ауылы мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе.
Читайте нас: