Бөтә яңылыҡтар

Әкиәт иле кеүек баҡсабыҙ

Биш йыл элек район үҙәгенең Яңауыл биҫтәһендә балалар баҡсаһы эшләй башланы.

Был мәктәпкәсә мәғариф учреждениеһы “Әкиәт” тип атала һәм исеме лә есеменә тап килеп тора. Ҡапҡаны асып инеү менән ниндәйҙер бер тылсымлы донъяға барып ингәндәй булаһың. Әкиәт геройҙары һындары баҡса территорияһына йәм биреп ултыра. Төрлө емеш ағастары һәм ҡыуаҡтары күҙҙе иркәләй, аллы-гөллө сәскә түтәлдәре алыҫтан уҡ иғтибарҙы йәлеп итә, тауҙары, каруселе, турниктары һәм бәүелгестәре булған уйын майҙансығы бар.

Баҡсаның интерьеры ла һоҡланыу уята: биҙәлгән стеналар, тематик стендтар һәм күргәҙмәләр, иҫ киткес таҙалыҡ, бөхтәлек, уңайлылыҡ һәм күркәмлек. Сағыу итеп биҙәлгән төркөм бүлмәләрендә баланың һәләтен үҫтереү үҙәктәре ойошторолған, төрлө уйынсыҡтар тупланған – быларҙың бөтәһе лә ата-әсәләрҙең һәм тәрбиәселәрҙең берлектәге тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе.

Һәр көндө беҙҙең балаларыбыҙҙы игелекле, хәстәрлекле тәрбиәселәр яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Беҙ улар өсөн борсолмайбыҙ, сөнки кескәйҙәрҙе ышаныслы ҡулдарға ҡалдырып китәбеҙ, улар бында ваҡытында ашай, уйнай һәм иң мөһиме, дөрөҫ тәрбиә һәм белем ала.

1-се балалар баҡсаһы педагогтары үҙ эшенә ижади һәм яуаплы ҡарай, төрлө инновацион технологияларҙы әүҙем файҙалана, бала психологияһын яҡшы белә. Берҙәм һәм татыу коллективҡа Елена Лесмановна Коновалова етәкселек итә. Ашнаҡсыларбыҙға айырым рәхмәт белдерге килә – кескәйҙәр улар бешергән тәмле ризыҡтарҙы бик яратып ашай.

Беҙ балаларыбыҙҙың ошондай баҡсаға йөрөүҙәренә сикһеҙ шатбыҙ һәм рәхмәтлебеҙ. Киләсәктә лә сәскә атһын, уңышлы эшләһен беҙҙең яратҡан баҡсабыҙ!

Өлкән төркөмгә йөрөүсе балаларҙың ата-әсәләре исеменән –

Разалия Сөләймәнова.