Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
17 Октябрь 2018, 16:49

“Өмөт”тә кисәләр күңелле үтә

Ике тиҫтә йыл элек үҙәк район китапханаһында район үҙәге халҡы өсөн ойошторолған “Өмөт” клубы ысын мәғнәһендә рухи аралашыу һәм ял үҙәгенә әйләнде.

Ошо йылдар арауығында берекмә үҙ эшенең төп принциптары булған бушлай һәм ирекле йөрөүҙе, фекер алышыуға темаларҙы үҙаллы һайлауҙы һәм йәш сикләүҙәре булмауҙы һаҡлап ҡала алды. Клуб оло йәштә лә күңел күтәренкелеген, дәрт һәм әүҙем йәшәү рәүешенә ынтылған кешеләрҙе берләштерҙе.
Күптән түгел китапханала “Өмөт” клубының 20 йыллығына арналған байрам кисәһе уҙҙы. Сараны китапхана хеҙмәткәрҙәре “Хәйерле кис” йыры менән асып ебәрҙе, тамашасыларға көҙгө сәскәләр бүләк ителде. Йыйылыусыларҙы район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе С. Ш. Шәрипова, элекке паспорт-виза хеҙмәте етәксеһе Ф. И. Ғимаева, ветерандар советы исеменән Х. Х. Мортазина ҡотланы. Клуб активисы В. П. Вырмаскина үҙенең сығышында ойошманың оҙаҡ һәм уңышлы эшләү серен асты.
Клубҡа йөрөүселәр, иң әһәмиәтле миҙгелдәрҙе иҫкә алып, “Өмөт” тураһында викторина һорауҙарына яуап бирҙе һәм һәр дөрөҫ яуап өсөн бүләк алды.
Пионерҙар йортоноң “Музыкаль тамсы” ижад берекмәһе тәрбиәләнеүселәренең, шулай уҡ Раевка сәнғәт мәктәбе уҡытыусылары О. Ғиззәтуллина һәм М. Гурьянованың сығыштары тамашасыларға матур бүләк булды. Урындағы шағирә Л. Дәүләтшина-Ғәлимова үҙенең “Өмөт” клубында” тигән шиғырын уҡып ишеттерҙе. Ә әкиәт героойҙары Убырлы ҡарсыҡ, Шапокляк, Кощей Бессмертный, ҡыҙыҡлы йомаҡтар әйтеп, бөтәһен дә көлдөрҙө. Улар бөтәһенә лә “йәшәртеү алмалары”, “йәшлек эликсиры”, “оҙон ғүмерлелек кәнфиттәре” таратты.
Үткән орашыуҙарҙың ҡыҙыҡлы мәлдәрен сағылдырған фотографияларҙың электрон презентацияһы йылы хәтирәләр уятты. “Өмөт йәшәй, өмөт беҙҙең менән, өмөт – булһын!” тигән йыр һүҙҙәре девиз кеүек яңғыраны.
Йылы һүҙҙәр һәм йыр-моң яңғыраған, аудио- һәм видеоархивтар ҡулланылған, театрлаштырылған тамашалар күрһәтелгән бындай осрашыуҙар мәңге күңелдәрҙә һаҡлана. Китапхананың үҙ уҡыусылары менән дуҫлығы киләсәктә лә дауам итер, тип ышанабыҙ.
Р. БАЙБУРИНА,
Әлшәй биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры.
Читайте нас: