Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
23 Август 2018, 15:23

ЗАГС бүлегенә экскурсия

Пионерҙар йортоноң көндөҙгө лагерына йөрөүселәр райондың ЗАГС бүлеге эше менән танышты.

Бүлек етәксеһе Л. Т. Сафина уҡыусыларға былтыр 100 йыллыҡ юбилейын билдәләгән ЗАГС органдарының ойошторолоу тарихы, бөгөн гражданлыҡ хәле акттарын дәүләт теркәүенең нисек башҡарылыуы, ғаилә ҡиммәттәре һәм йолалары тураһында һөйләне, акт яҙмаларының, 40-50 йыл элек алып барылған теркәү кенәгәләренең ҡайҙа һәм нисек һаҡланыуын күрһәтте.

Балалар никах теркәү шарттары, фамилияһын алмаштырырға теләүселәргә нимәне белергә кәрәклеге, атайлыҡты билдәләү һәм уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу һәм улар араһындағы айырма тураһында белде. Тыуыу һәм үлемде теркәү төрҙәре лә иғтибарҙан ситтә ҡалманы.

Ҡунаҡтар менән әңгәмә барышында бүлек белгестәре, гражданлыҡ хәле акттары яҙмалары кешеләрҙең шәхси тормошо менән бәйле, тип билдәләне һәм шуға ла документтар алғанда үҙең тураһындағы мәғлүмәттәрҙе иғтибар менән тикшерергә кәрәк, сөнки хата китеүе ихтимал. Ә кеше тормошондағы иң тәүге документ - тыуыу тураһында таныҡлыҡ һәм ундағы мәғлүмәттәр нигеҙендә башҡа документтар тултырыла.

Никах теркәү залында өлкән синыф уҡыусылары күп йылдар бергә йәшәгән ғаилә парҙарының юбилей тантаналары, исем ҡушыу байрамдары, Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө үткәрелеүе тураһында белде.

Был экскурсия уҡыусылар өсөн бик фәһемле, тормоштан алынған миҫалдарға, архив материалдарына бай булды.

Ф. ҒАБДРАХМАНОВА.

ЗАГС бүлегенең баш белгес-эксперты.

Читайте нас: