Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
22 Август 2018, 11:51

Һуғыш ҡурҡыныс түгел, тигән кеше уның тураһында бер нимә лә белмәй...

Тыйнаҡ, оялсан был егет ябай ауыл эшсәндәре Әлфиә һәм Сафуан Ғәлиуллиндарҙың ишле ғаиләһендә үҫә.

Әсә йөрәге барыһын да алдан һиҙә һәм оҙаҡ ваҡыт хәбәр бирмәгән хәрби хеҙмәттәге улым ниһайәт шылтыратҡас: “Һин һуғышта түгелме?” - тип һораным. “Юҡ, әсәй, әммә бойороҡ көтәбеҙ”, тигән яуап алғас, күңелемдәге шик-шөбһәләрҙең юҡҡа ғына булмауын аңланым...

Ә Ташлы ауылында тағы ла бер хәрби хеҙмәткәрҙең - Силәбе танк институтын тамамлаған һәм иғлан ителмәгән һуғышта ҡатнашырға тура килгән Ғаяз Ғәлиуллиндың да әсәһе телевизорҙағы яңылыҡтарҙы ҡарап үҙенә урын таба алмай.

Тыйнаҡ, оялсан был егет ябай ауыл эшсәндәре Әлфиә һәм Сафуан Ғәлиуллиндарҙың ишле ғаиләһендә үҫә. Үҫмерҙең хәрби хеҙмәткәр булыу хыялы тормошҡа аша һәм уға лейтенант званиеһы бирелә. Әммә Ғаяз тиҙҙән ҡулына ҡорал алып, Осетиялағы туғандаш халыҡты грузин боевиктарынан һаҡларға тура килер, тип башына ла килтермәй.

Ун йыл элек ошо ҡан ҡойғос һуғышта сәстәре ағарған 20 йәшлек егеттәргә нимәләр генә кисерергә тура килмәй... Улар Цхинвалға инергә, грузин ғәскәрҙәренең һөжүмен кире ҡағырға, тыныс тормошта йәшәгән халыҡты һуғыш михнәттәренән һаҡлап ҡалырға, үлем менән күҙгә-күҙ осрашырға ла өлгөрә... Әммә юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыға улар.

Миномет орудиеларының гөрһөлдәүе, яралыларҙың ыңғырашыуы, һәләк булған иптәштәре уларҙың хәтерендә мәңге ҡаласаҡ...10 йыл бер миҙгелдәй бик тиҙ үтеп китә. Ә беҙ, һуғышҡа ингән һалдат әсәләре, балаларыбыҙҙың тормошон киҫкен үҙгәрткән ул ваҡиғаларҙы бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ.

Бөгөн инде Ғаяз – майор, Кавказда хеҙмәт итә, Тыуған ил саҡырһа, тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында ҡулына ҡорал алырға әҙер, сөнки ул хәрби ант биргән.

Бына шундай ул Әлшәй егеттәре – тыйнаҡ та, ҡыйыу һәм тәүәккәл дә. Беҙ улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.

Елена МОРОЗОВА.

Раевка ауылы.

Курсташ дуҫтар Ғаяз Ғәлиуллин (уңда) һәм Виталий Морозов (хәҙер – подполковник) Силәбе танк институтында уҡыған йылдарында.

Фото ғаилә архивынан алынды.

Читайте нас: