Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Ә йөрәктәр һис тә ҡартаймай!

Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылы мәҙәниәт йортонда Ғаилә йылына арналған күркәм сара үтте.

«Пар ҡанаттар» тип аталған кисәлә 40, 50, 60 йылдан ашыу бергә ғүмер кисергән татыу ғаиләләрҙе тәбрикләү тантанаһы булды. Иңгә-иң терәп, тормоштоң бормалы юлдарында бер-береһенә терәк-таяныс булған Рәсимә һәм Сабирйән Йосоповтар, Фәүзиә һәм Каррам Әхмәтовтар, Ира һәм Хәсән Ғәзизовтар, Ғилминур һәм Хәмиҙулла Ғайсиндар, Гөлсөм һәм Йәмил Хәкимовтар тулҡынландырғыс Мендельсон маршы аҫтында түргә үтеп, үҙ урындарына ултырғас, күңелле хәтирәләр теҙмәһендә, төрлө уйындар, йыр-бейеү менән үрелеп барҙы был матур кисә. Рәсимә апай һәм Сабирйән ағай үҙҙәренең өйләнешеү тарихын мауыҡтырғыс итеп бәйән итһә, Ира апай, иң беренсе ағайығыҙҙың ҡара бөҙрә сәстәренә ғашиҡ булдым, тип шаяртып алды. Ә Хәмиҙулла ағай Ғилминур апайҙы урлап алып ҡайтҡан икән! Күңеле тулып, ағайыбыҙ дәртләнеп йырлап ебәрҙе хатта! 56 йыл бергә татыу ғүмер кисереүсе Фәүзиә апай һәм Каррам ағайҙың, матур итеп ғүмер юлын үтеү өсөн мөхәббәт кәрәк, тигән һүҙҙәренә барлыҡ тамашасылар оҙаҡ итеп ҡул сапты. Ҡатнашыусылар араһында иң йәштәре булған Йәмил ағай беҙҙең ауылға ҡунаҡҡа ҡайтҡан күрше Миәкә районы ҡыҙы Гөлсөм апайға тәү күреүҙән ғашиҡ була һәм тимерҙе ҡыҙыуында һуға!

Кисә бик йәнле барҙы. Уйындар ҙа ҡыҙыҡ ине, бигерәк тә, «бай еҙнәләр» һипкән аҡсаны «шаян балдыҙҙарының» йыйыуы, «кейәү егеттәренең» күҙҙәре бәйле килеш «кәләштәрен» ҡулдарынан таныуы кеүек уйындар бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. “Әхирәтттәр” фольклор ансамбле, йырсылар Фирҙәүес Кәримова, Инсиә Зәйнуллина, Гөлнәзирә Ғәлимуллина үҙҙәренең моңло йырҙарын бүләк итте. Тамашасылар ҙа, саҡырылған ҡунаҡтар ҙа ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәр әйтеп, кисәнән бик ҡәнәғәт булып өйҙәренә таралышты.

Рәмзиә ИМАНҒОЛОВА,

китапханасы.

Читайте нас: