Зал матур итеп биҙәлгән, төрлө ҡул эштәре ҡуйылған. Сурай ауылының ағинәйҙәре Гөлсәсәк Вәлиуллина һәм Зөбәржәт Ғәбделмәнова “Килен һандығын тултырыу” йолаһын күрһәтте. Йәш ҡыҙҙың әхирәттәре бирнә өсөн бүләктәр тотоп килгән. Сигелгән алъяпҡыстар, ҡулъяулыҡтар, таҫтамал, һарыҡ йөнөнән һырылған юрған, ҡаҙ мамығынан мендәр, бирсәткә, һөлгө һәм иң өҫтә ятҡан аҫалы балаҫ йәш ҡыҙҙың һандығына тултырылды. Әхирәттәре буласаҡ йәш киленгә изге теләктәр теләне. Улар ҡыҙға ҡашмау, түшелдерек бүләк итте.
Ҡармыштан Люциә Зәйнулла ҡыҙы моңло тауышы менән М. Аҡмулланың “Нәсихәттәр” мөнәжәтен уҡыны. Аҡҡолайҙан Миләүшә Шәңгәрәй ҡыҙы, киленгә шәл ябындырып, “Әйҙә, матур киленсәк” йырын йырлап ишеттерҙе. Зеленый Клиндан Гөлнур Хамматова сигелгән һөлгө менән матур бейеү күрһәтте. Фәнүрә Нәжметдин ҡыҙы иһә төҫлө таҫмаларҙан эшләнгән картиналары менән таң ҡалдырҙы. Лилиә Биктимер ҡыҙы тыуған ауылы Сурай тураһында яҙған шиғырҙарын уҡып шатландырҙы. Ағинәйҙәр, үҙҙәренең ҡул эштәре менән таныштырып, йырлап, бейеп, таҡмаҡ әйтеп сараға йәм өҫтәне. Мәктәп уҡыусыларының ағинәйҙәр алдында ҡурай, ҡумыҙҙа уйҙауҙары ла матур тамаша булды.
Сара аҙағында районыбыҙҙың “Ағинәйҙәр” клубы етәксеһе Р. С. Мөфтиева мәктәп директорына һәм уҡытыусылар коллективына рәхмәт белдерҙе.