Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты, мәшәҡәт һәм шатлыҡ артты!

Был шатлыҡлы ваҡиғаны ауыл халҡы, күршеләре лә ҡыуанып ҡаршы алды. Ибрай ауыл биләмәһе хакимиәте менән берлектә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, шәфҡәт туташтары, туғандары сабыйҙың баш ҡаланан ҡайтыуын ҙур әҙерлек менән ашҡынып көттө.

Ҡапҡаларға плакаттар, төрлө төҫтәге шарҙар эленде. Ҡаршы алыусыларҙың барыһының да йөҙҙәрендә шатлыҡ балҡый, ҡулдарында – сәскә гөлләмәләре. Айырыуса Радмир менән Сөмбөл һеңлеләре тыуыуына шатланып бөтә алманы. Уларҙың: “Бергәләп уйнарбыҙ, ҡурсалап ҡына торорбоҙ”, тип өтәләнеп йөрөүҙәре үҙе бер ҡыуаныс ине.

Ибрай ауыл Советы хакимиәте башлығы Гөлсара Сафина, өләсәйҙәре, ҡарт олатаһы менән ҡарт өләсәһе ауылдың иң бәләкәй гражданинына изге теләктәр теләне, күп балалы ғаиләгә файҙалы кәңәштәрен еткерҙе. Рамаҙан айында тыуған ҡыҙыҡайға хәйерле оҙон ғүмер, динебеҙгә, илебеҙгә, милләтебеҙгә файҙалы кеше, ата-әсәһенә миһырбанлы, шәфҡәтле һау-сәләмәт бала булып үҫеүен теләне улар. Һәм йола буйынса был көндө барыһына ла “бәпес бүләге” һәм күстәнәстәр таратылды. Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты, мәшәҡәт һәм шатлыҡ артты, күҙкәйҙәре- ике сатҡы, үтер юлы булһын яҡты!

Лилиә ӘҒЗӘМОВА,

китапханасы.
Читайте нас: