Сараға ата-әсәләр, өләсәй-олатайҙар саҡырылды, һәр ғаилә үҙҙәре менән таныштырырға, милли ризыҡ әҙерләп алып килергә тейеш ине. Шулай уҡ ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ойошторолдо.
Кисә “Беренсе театр” пьесаһынан өҙөк менән башланып китте. Күңелле байрам уҡытыусы Гөлйыһан Сабит ҡыҙы Фазлыева һәм 1-се, 3-сө синыф уҡыусылары әҙерләгән әҙәби-музыкаль композиция менән үрелеп барҙы. Һәр ғаилә презентация эшләп, гәзит сығарҙы йәки әкиәт аша үҙҙәре менән таныштырҙы. Ғаилә тураһында мәҡәлдәр әйтелде, һәр кемгә кәрәкле сифаттарҙы индереп, йорт макеты төҙөлдө, атай-әсәйгә әйтелгән иң матур, йылы һүҙҙәр менән “Аҡ сәскә” уйыны мауыҡтырғыс уҙҙы. Атайҙар ҡатнашлығындағы блиц-турнир, залда ултырған ҡунаҡтар өсөн “Балалар теле менән” конкурсы ла күңелле үтте. Татар халҡының милли аштарына арналға “Мөғжизәләр яланы”нан һуң, әсәйҙәр һәм өләсәйҙәр бешергән гөбәҙиә, ләүеш, бауырһаҡ, ҡыҫтыбый, бәрәмәстәр менән тәмләп сәй эстеләр. Балалар ата-әсәләренә үҙҙәре яһаған бүләктәрҙе тапшырҙы.
Беҙ Гөлйыһан Сабит ҡыҙына ошондай һоҡланғыс сараны ойошторғаны, балаларыбыҙҙа туған телгә һөйөү һәм ғаилә ҡиммәттәренә хөрмәт тәрбиәләүенә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Ниғмәтулла ауылы.