Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

"Һәйкәл ҡуйыр инем һиңә, әсәй!"

Герой-Әсә бит ул! Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иң яҡшы сифаттарын үҙендә туплап, һәр саҡ асыҡ йөҙлө, яҡшы һүҙле, ярҙамсыл, иҫ киткес уңған, кәрәк ваҡытта уҫал да, сая ла булды.

Төньяҡтан Ҡашҡатау, Ослотау, Ҡыҙылтау, Кәмәтау, Мәсет тауҙары ышығына һыйынып, көньяҡтан туғай, дала иркенлегенә кинәнеп һуҙылып киткән Иҙрис ауылы. Эйе, районыбыҙҙың иң боронғо ауылдарының береһе тәбиғәттең гүзәл мөйөшөндә урынлашҡан – ауылды уртаға бүлеп, бормаланып Ҡорһаҡ йылғаһы аға, ә мең төрлө үлән, сәскә еҫтәренә тулған саф һауаһы һулап туйғыһыҙ.

Бына ошо тауҙар итәгендәге бер йортта 1928 йылда әсәйем Миңлеғәйшә Әхмәтйән ҡыҙы Ғибәҙуллина донъяға килә. Өс йәштә атайҙан ҡалып, һеңлеһе Гөлбикә менән өләсәйем Аҙнабикә тәрбиәһендә үҫә улар, өлкән ағай-апайҙары үҙ аллы донъя көтә. Үҫмер йылдары ҡәһәрле һуғыш осорона тура килгән әсәйем 13 йәштән ҡамыт кейеп, башҡа тиҫтерҙәре кеүек, бөтә михнәттәрҙе үҙ иңендә татый. “Әле бына уйлайым да, нисек ҡул көсө менән шул тиклем эштәрҙе атҡарып сыҡтыҡ икән, тип хайран ҡалам. Йәйге оҙон көндәрҙә бесән сабып, эҫкерт-эҫкерт кәбән ҡоябыҙ, бесәндән һуң - ураҡ өҫтө. Ат менән элеваторға иген, Ташлы эргәһендә шахта бар ине, шунан күмер ташыйбыҙ, Һарай урманынан Ыҫлаҡҡа әрҙәнә төшөрәбеҙ,” – тип үткәндәрҙе иҫкә ала әсәйем. Күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа, ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙа ла ал-ял белмәй эшләй улар. Өҫтөңдә кейемең дә ныҡлы, аттарҙы ла яҡшы ҡарайһың, тип йәш булһа ла, алыҫ юлдарға йыш ҡына уны ебәрәләр. Нисек итеп ат менән Дәүләкәндән тракторҙарға яғыулыҡ, Красноусол заводынан быяла алып ҡайтыуҙарын әле лә әсенеп хәтерләй инәйем. Ул йылдарҙың ауырлығын бергә татыған иптәш ҡыҙҙары – Зөһрә еңгә, Ғәрифә апай, Ғәйниә, Йәмиға, Ғәлимә апайҙар – хәҙер береһе лә юҡ инде. Бөгөн Минзада һәм Хәлимә апайҙар ғына иҫән, улар әсәйемдән бер йәшкә оло.

Һуғыштан һуң да донъялар тиҙ генә яҡшырып китмәй әле. Әммә йәшлектәре менән был ауырлыҡтарҙы ла еңел үткәрәләр. 1947 йылда атайыбыҙ Аҙнабай Тимербай улы менән тормош ҡороп, беҙгә, ун бер балаға ғүмер бирҙеләр. Икеһе лә колхозда эшләне, атайым - бригадир, комбайнсы, хисапсы, тракторсы, әсәйем алдынғы сөгөлдөрсө булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атайым яҡты донъяларҙан иртә китеп барҙы. Оло ҡайғыларҙан бөгөлөп төшмәне әсәйебеҙ, балаларын ҡаҡмай-һуҡмай, бер ҡайҙа ла таратмай, йөрәк йылыһын, күңел наҙын биреп, һөйөп үҫтерҙе. Өлгөлө ғүмер юлы үтте, яҙмыш һынауҙарын да, ҡайғыларҙы ла кисерҙе, бирешмәне, бер кемгә сер бирмәне, ныҡ булды. Герой-Әсә бит ул! Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының иң яҡшы сифаттарын үҙендә туплап, һәр саҡ асыҡ йөҙлө, яҡшы һүҙле, ярҙамсыл, иҫ киткес уңған, кәрәк ваҡытта уҫал да, сая ла булды. Төҫкә лә матур, йырға ла оҫта ҡәҙерлебеҙ. Әҙерләгән аш-һыуы, бешергән тәм-томо ла бик уңа. Бөгөн 16 ейән-ейәнсәре, 18 бүләһенең уңыштарына ҡыуанып, инде хәҙер үҙҙәре олатай-өләсәй булған балаларына һаман да кәңәштәрен, күңел наҙын биреп ғүмер кисерә. Донъяларҙың именлеген теләп, Хоҙайға рәхмәт уҡып доғаларын ҡыла ул, тиҫбеләрен тартып әле лә әкрен генә тормош һуҡмағынан атлай. Рәхмәт, әсәй, әл дә һин бар, ҡолас йәйеп ҡаршы алырға, иҫәнлек-һаулыҡтан айырмаһын үҙеңде Хоҙай!

Әлфиә ӘХТӘМОВА.

Читайте нас: