Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

“Беҙ күмәкбеҙ, беҙ татыубыҙ, гөрләп тора өйөбөҙ!”

Бөгөн, 15 майҙа Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнә. Ошо мөһим дата уңайынан беҙҙең балалар баҡсаһының “Буратино” төркөмөндә “Минең шәжәрәм” байрамы үтте, унда дүрт быуын вәкилдәре йыйылды.

Сараға әҙерләнгәндә бер кем дә ситтә ҡалманы, балалар концерт номерҙары әҙерләне, ата-әсәләре менән шәжәрәләрен төҙөнө, өләсәйҙәр тәмле-татлы ризыҡтар бешерҙе.


Байрамға Сәйфетдиновтар бөтә ғаиләһе менән килгәйне, Әминәнең әсәһе балалар баҡсаһында эшләй, өләсәһе Римма Тимерхан ҡыҙы Ғәлиева Зеленый Клин ауылында уҡытыусы булған. Глеб Рябыхтың ғаиләһе тураһында ҡарт өләсәһе Зоя Ивановна Прихода бәйән итте, ул егерме йылдан ашыу 2-се балалар баҡсаһында хеҙмәт һалған. Ә бына Даниэль Кәримовтың туғандары үҙҙәре менән башҡорт телендә таныштырҙы.

Сара аҙағында кескәйҙәр ғаилә тураһында йыр башҡарҙы һәм ҡунаҡтарҙы милли ризыҡтарҙан һығылып торған сәй табынына саҡырҙы.

Ольга НОВИКОВА,

Раевка ауылының 5-се балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Читайте нас: