Мәндән мәктәбендә мауыҡтырғыс “Зирәктәр уйыны” уҙҙы. Был мәктәптә ҡасандыр мин дә һигеҙенсе синыфҡа тиклем белем алғайным. Инде хаҡлы ялда булһам да, һаман мәктәпте һағынам. Сөнки бында яҡшы етәкселәр һәм яуаплы уҡытыусылар эшләй, матур, изгелекле, тәртипле һәм тәрбиәле балалар уҡый.
“Зирәктәр уйыны”нда “Толпар” һәм “Маяҡ” командалары ҡатнашты. Ярыш барышында уҡыусылар төплө белем һәм һәләттәрен күрһәтте. Улар концерт номерҙары менән сығыш яһаны, тасуири итеп шиғырҙар һөйләне, йырҙар башҡарҙы һәм физик әҙерлекле булыуҙарын да иҫбатланы. Айырыуса Владислав Ғайсин, Вилнар Йосопов, Ринал Лотфуллин, Айнур Мирғәлиев, Нияз Ситдиҡов, Линар Әхмәтнуров, Лениза Вилданова, Наилә Мөхәмәтшина, Алһыу Ситдиҡова, Алһыу Ғәлиева, Ралина Хәйруллина бик әүҙем булды.
Сара аҙағында бөтә ҡатнашыусыларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Мин улар менән шундай уйын үткәреүемә бик шатмын. Мәктәп директоры З. Ситдиҡоваға, директор урынбаҫары Р. Шәүәлиеваға, бөтә уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға рәхмәтлемен.
пенсионер, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы.