Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ата-әсәләрҙең ярҙамын тойоп эшләйбеҙ

Ауылда мәктәп – ул үҙе бер ғаилә. Ата-әсәләр, ауылдаштар, уҡыусылар, уҡытыусылар бергә булғанда ғына эш алға бара, сөнки заман берҙәм булыуҙы талап итә.

Ауылда мәктәп – ул үҙе бер ғаилә. Ата-әсәләр, ауылдаштар, уҡыусылар, уҡытыусылар бергә булғанда ғына эш алға бара, сөнки заман берҙәм булыуҙы талап итә. Уҡыусыларҙы төрлө яҡтан үҫтереү, камиллаштырыу өсөн ата-әсәләрҙең ярҙамын тойоп эшләйбеҙ.

Яҡташыбыҙ Минзәлә Вәлиулла ҡыҙы һәм уның тормош иптәше Ҡадурий Әбдрәхим улы Фазлетдиновтар мәктәпкә ҙур ярҙам күрһәтә. Быйылғы уҡыу йылында улар беҙгә өс компьютер һәм принтер, ә “Ҡурай” түңәрәге ағзаларына ҡурай һәм ҡумыҙ бүләк иттеләр. Беҙ фермер Рәсүл Шәмсетдиновҡа һәм эшҡыуар Нияз Алтынғужинға ла ҙур рәхмәттәребеҙҙе әйтәбеҙ, шулай уҡ төрлө район сараларында, спорт ярыштарында һәм конкурстарында ҡатнашыу өсөн үҙ транспортында балаларҙы йөрөткән ата-әсәләр – Айбулат Әлимғолов, Ғәҙел Кәримов, Рәмил, Айнур, Альфред, Зөлфәт Муллағәлиевтарға, Илшат һәм Раил Хәсәновтарға, Флүр Сөләймәнов, Илһам Усманов, Алик Ларынбаев, Иршат Ғәбдрәхимов, Салауат Һәүбәнов, Байраҡ Усманов һәм Рәүис Ғәббәсовҡға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Берҙәм һәм татыу коллективыбыҙ исеменән уларҙың барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм изге башланғыстарында уңыштар теләйбеҙ.

Раушания УСМАНОВА,

Сурай мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас: