Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
26 Февраль 2018, 23:14

"Яҡтылыҡ бөркөп йәшәне"

Ҡармыш ауыл китапханаһында башҡорт яҙыусыһы, шағир, прозаик, драматург, тәржемәсе, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, өс «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы "Яҡтылыҡ бөркөп йәшәне" исемле әҙәби сәғәт үтте.

Сараға 8, 9 синыф уҡыусылары: етәкселәре Ғәлимова З.Г. һәм Шәкүрова С.Ғ., китапханала эшләп килгән "Серҙәш" ҡатын ҡыҙҙар клубы ағзалары саҡырылды. Яҙыусының тормошона, ижадына байҡау яһалды. Үҙенең һөйләгәндәре, яҡташтарының иҫтәлектәренән видеоөҙөктәр күрһәтелде. Шәмсетдинова Минзилә Ҡәнзәфәр ҡыҙы "Яҡтыға" трилогияһына тулы анализ яһаны, эстәлеген һөйләне. Сәлимгәрәева Лилия Биктимир ҡыҙы "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәтен һөйләне. Кеше был доньяла үҙенең намыҫлы хеҙмәте , эш һөйөүсәнлеге, яҡшы ғәҙәттәре менән генә яҡлау таба. Һәр кем тик яҡшы эштәр генә эшләргә тейеш. Һеҙ, уҡыусылар, матулыҡҡа ынтылып, яҡшыны ямандан айырып, изге күңелле,эш һөйөүсән булып үҫһәгеҙ , һеҙҙе бар ерҙә лә яратырҙар тине. Сығышы аҙағында Лилиә Биктимир ҡыҙы Зәйнәб Биишеваға арналған шиғырын уҡыны.

Оло Эйек һыуын эскән,
Етемлектең әсеһен кискән.
Белеме менән юлдар ярып,
Ҙур яҙыусы булып киткән.
Сал тарихты сағылдырған,
Әҫәрҙәрҙе ул тыуҙырған
Ул халҡының ғорурлығы,
Башҡортона тоғролоғо.
Ҙур йөрәкле, аҡылы ныҡ,
Уға ҡат-ҡат һоҡланырлыҡ.
Китаптары аша алдыҡ һабаҡ,
Зәйнәб апай-беҙгә яҡты маяҡ. (Л. Сәлимгәрәева)

Читайте нас: