Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
5 Апрель 2021, 12:22

Ә беҙҙә бөгөн туй!

Иҫке Аҡҡолай ауылы клубында боронғо “Һырға туйы” йолаһын үткәрҙеләр.

Ғаилә традициялары, ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары башҡорт халҡы мәҙәниәте һәм көнкүрешенең айырылмаҫ өлөшө булған. Улар кешене ғүмер буйы – тыуғандан алып һуңғы көндәренә тиклем оҙатып йөрөгән. Боронғо йолаларҙың күбеһе бөгөнгө көнгә тиклем йәшәп килә.

Башҡа бик күп халыҡтарҙағы кеүек, башҡорттарҙың да тормошонда иң мөһим ваҡиға булып туй һаналған. Никахҡа етди мөнәсәбәт беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланыр ҡалған йолаларҙа ла асыҡ сағыла. Шуларҙың береһе – “Һырға туйы”. Балалары 5-12 йәшлек булғас та, ата-әсәләр уларҙың киләсәге тураһында уйлана башлаған. Тап шул ваҡытта буласаҡ “кейәү менән кәләш” тең ҡолаҡтарын тешләткәндәр. Был байрамға ике яҡ та ентекле әҙерләнгән. “Һырғатуй”ҙа буласаҡ туғандар менән танышҡандар, малай менән ҡыҙ бүләк бирешкән.

Күптән түгел Иҫке Аҡҡолай ауыл клубында һәүәҫкәр артистар – “Төйлән” фольклор коллективы ла ошо боронғо йоланы сәхнәләштерҙе. Буласаҡ кейәү-кәләшкә изге теләктәр теләп, йыр-бейеүҙәр, уйын-көлкө менән туй бик күңелле үтте.

Фәнүзә СУФИЯНОВА.

Читайте нас: