Туған телем тыуған еремдә
Яңғыраһа мәңге йыр булып,
Һис үкенмәҫ инем, гүремдә
Ятҡанда ла ҡара ер булып.
(Р.Ғарипов)
Теле бөткәндең бит көнө бөтә,
Иле бөтә теле бөткәндең.
(Р.Бикбаев)
Һөйләй белһәң, ашырыр тел бәхеттәргә,
Бәхет булғас, менерһең һин тәхеттәргә.
Һөйләр булһаң, нәтижәһен уйламайса,
Төшөрөр тел тәхеттәрҙән ләхеттәргә.
(Ғ.Ғәлиев)
Бөйөк тимәм аңлашырға һүҙ булғаның өсөн,
Һин бөйөкһөң, телем, үҙ булғаның өсөн.
(Р.Мифтахов)
Мәңге үлмәҫ бер зат булып
Телем тыуған ғәзиз еремдә.
(З.Йәнбирҙина)
Үҙ халҡым йырын йырлау –
Атайымды, әсәйемде,
Туған халҡымды ҙурлау.
(Р.Ниғмәтуллин)
Әсә телен белгәндең
Теле матур, бай булыр,
Белмәгәндең белеме
Һәм күңеле һай булыр.
(С.Муллабаев)
Кешеләрҙе ерҙә тел йөрөтә,
Тылсым асҡысындай тел үҙе…
Йәнебеҙгә, тәнебеҙгә дауа –
Телебеҙҙең тере диңгеҙе.
(Р.Шәкүр)