Әлшәй хәбәрҙәре
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
17 Февраль 2021, 13:10

“Ниғмәт Шоңҡаровтың ижади ҡомартҡыһы”

Ошо көндәрҙә Ташлы ауылы китапханаһында арҙаҡлы яҡташыбыҙ, билдәле фольклорсы Ниғмәт Шоңҡаровтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үтте.

“Ниғмәт Шоңҡаровтың ижади ҡомартҡыһы” тип аталған был матур сарала яҡташыбыҙҙың тормош юлы, уның ижади мираҫы тураһында һүҙ барҙы, видеофильм күрһәтелде. Кисәгә килеүселәр бик күп фольклор экспедицияларында ҡатнашып, башҡорт халыҡ ижады ынйыларын йыйыуға ҙур өлөш индергән Ниғмәт Динәхмәт улы тураһында иҫтәлектәре менән дә уртаҡлашты.

Мәғлүмәт Ташлы ауылы китапханаһы сайтынан алынды.

Читайте нас: