Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Август 2020, 18:10

Бәхетле миҙгелдәр күберәк булһын!

Июль айында бөтәһе 20 йәш пар сәстәрен сәскә бәйләгән.

17 ғаилә никахын тарҡатҡан, быны улар артабан бергә йәшәү мөмкин түгеллеге менән аңлатҡан.

ЗАГС бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, районда йыл башынан июль аҙағына тиклем 97 пар никахҡа ингән, 87 пар айырылышҡан. Был осорҙа 202 сабый донъяға килгән, 369 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлем тыуымдан артып китә. Үткән айҙа 74 кеше вафат булған (2019 йыл менән сағыштырғанда 35 кешегә күберәк), 34 бала тыуған, уларҙың 18-е - малай, 16-һы - ҡыҙ. Әгәр элек ҡыҙҙар күберәк тыуған булһа, һуңғы айҙарҙа малайҙар ал бирмәй.

Күп балалы ғаиләләр һаны арта, күберәк икенсе һәм өсөнсө балалар донъяға килгән. Әгәр июнь айында тыуған иң ҙур сабыйҙың ауырлығы 4800 грамм тәшкил итһә, иң бәләкәйенеке 2250 грамм булған, июль айында шул нисбәттә – 4350 һәм 2270 грамм.

Элеккесә яңы тыуған сабыйҙар араһында киң таралған исемдәр булып Тимур, София, Арыҫлан, Дарина ҡала. Ғәҙәти булмаған Мират, Алан, Мирослава, Даян исемдәре лә осрай.

Читайте нас: