“Беҙ 1 сентябрҙә барлыҡ мәктәптәр ҙә асылһын һәм традицион линейкалар үтһен өсөн әҙерләнәбеҙ. Дистанцион уҡытыу керетеү планлаштырылмый, - тип билдәләне Сергей Кравцов.
Коронавирус таралыу шарттарында уҡыуҙарҙы ойошторғанда берҙәм дәүләт имтиханын үткәргән ваҡытта тупланған тәжрибә файҙаланыласаҡ, тип билдәләп үтелде. Мәктәптәр Роспотребнадзорҙың барлыҡ талаптарын үтәйәсәк.
Шулай уҡ министр хәбәр иткән тағын бер яңылыҡ уҡытыусыларға түләүгә ҡағыла. Яңы уҡыу йылы башынан Рәсәй уҡытыусылары синыф етәкселеге өсөн 5 мең һум күләмендә өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ. Шул уҡ ваҡытта төбәк һәм муниципаль түләүҙәр һаҡланасаҡ.
Фото: yanshishma.rbsmi.ru