Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
15 Март 2019, 11:52

Тәғәйенләүҙәр

Рәсәй Суд приставтары федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы Әлшәй район суд приставтары хеҙмәте бүлеге өлкән суд приставы - бүлек етәксеһе итеп Хәбибуллин Денис Рифат улы тәғәйенләнде.

Д. Р. Хәбибуллин 1989 йылда Миәкә районының Ҡолтайҡаран ауылында тыуған. 2010 йылда Заманса гуманитар академияның Стәрлетамаҡ филиалын “Юриспруденция” белгеслеге буйынса тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2011 йылда Рәсәй суд приставтары федераль хеҙмәте БР буйынса идаралығының Миәкә районы бүлеге 2-се разрядлы өлкән белгесе булып башлай, 2013 йылдан 2017 йылға тиклем шул уҡ учреждениела суд приставы-башҡарыусы, 2017 йылдан бүлек етәксеһе урынбаҫары – өлкән суд приставы урынбаҫары булып эшләй.

Читайте нас: