Әлшәй хәбәрҙәре
-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
17 Ғинуар 2019, 12:19

Әлшәй район электр селтәрҙәре етәксеһе тәғәйенләнде

“Башкирэнерго” йәмғиәтенең Әлшәй район электр селтәрҙәре етәксеһе итеп Мингәрәев Юрий Дмитриевич тәғәйенләнде.

Ю. Д. Мингәрәев 1986 йылда Коми Республикаһының Воркута ҡалаһында тыуған. 2011 йылда “Ауыл хужалығын электрлаштырыу һәм автоматлаштырыу” белгеслеге буйынса Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2006 йылда Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжын тамамлағандан һуң электр монтеры булып башлай, артабан Борай районы электр селтәрҙәрендә участка мастеры булып хеҙмәт һала. 2018 йылдың апреленән - “Башкирэнерго” йәмғиәтенең Әлшәй районы электр селтәрҙәре өлкән мастеры.

Читайте нас в