Был байрам – әсәйҙәребеҙҙең һөйөү һәм наҙы, иғтибарлы ҡарашы, беҙҙең өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләргә әҙер булғандары өсөн сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен әйтеү мөмкинлеге ул. Герой-әсәләр, күп балалы әсәйҙәр, етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға икенсе әсәй булған, сабыйҙарына йәшәү бүләк итергә йыйынған йәш ҡатын-ҡыҙҙарға айырым рәхмәттәремде еткерәм.
Һәммәгеҙгә лә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп йәшәүегеҙҙе теләйем!