-Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдәге бөтә федераль льготаларҙы һаҡлау кәрәклеге тураһында әйтте. Әгәр әле улар пенсияға сығыуға бәйле бирелһә, киләсәктә был льготалар хәҙерге пенсия йәше сиктәрендә билдәләнәсәк. Ошо уҡ алым төбәк льготаларына ла ҡағыласаҡ. Тимәк, кешеләр пенсияға сыҡҡансы уҡ социаль һәм медицина хеҙмәтләндереүенә, торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәренә түләүгә, ер һәм милек һалымдарына, йәмәғәт транспортында льготаларҙан файҙалана аласаҡ. Беҙ шулай уҡ бөтә төбәк өҫтәмәләрен һәм компенсацияларҙы ла һаҡлап ҡалырға тейешбеҙ, - тип билдәләне Константин Толкачев.