Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
23 Апрель 2018, 14:40

Башҡортостан Башлығы менән тура эфир

Башҡортостан Башлығы өсөн берҙәм үҙәккә 10 меңдән ашыу һорау ебәрелде. Тура эфирҙа бындай һөйләшеү беренсе йыл ғына үткәрелмәй һәм хәҙер инде ул традицияға әйләнде.

Пландар ҙур һәм беҙ уларҙы атҡарып сығырбыҙ

- Беҙҙең тормошобоҙ һәр ваҡыт билдәле бер эш-ғәмәлдәрҙе үтәүгә йүнәлтелә, уларҙың күбеһен бойомға ашырырға кәрәк. Был тәү сиратта халыҡты социаль яҡлау, яңы объекттар – мәктәптәр, дауаханалар, балалар баҡсалары төҙөү, инфраструктура – юлдар, газ үткәргестәр, күперҙәр төҙөү мәсьәләләре инә. Быларҙың бөтәһе лә бөгөн ғәмәлгә ашырыла.

Ике күрһәткес беҙҙе айырыуса ныҡ борсой. Ул – инвестициялар күләменең түбәнәйеүе һәм икенсеһе - тыуым күрһәткесе. 2017 йылда тыуым 2016 йылдағынан 10 процентҡа аҙыраҡ булды.

Интернет ҡына түгел, тәрбиәләү алымдары ла ғәйепле

Тура эфирҙа һөйләшеү Стәрлетамаҡта булған ваҡиғаға ла ҡағылды. Унда бер мәктәптә 17 йәшлек уҡыусы ике синыфташ ҡыҙын һәм уҡытыусыны бысаҡ менән йәрәхәтләй , ә һуңынан класҡа ут төртә.

- Был фажиғәнең сәбәбе Интернетта ғына түгел, ә тәрбиәләү алымдарында ла. Балалар менән аралашыу, иғтибар һәм һөйөү, ғаиләлә һәм мәктәптә дөрөҫ тәрбиә биреүҙең етерлек булмауы, - тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов. – Бынан тыш, беҙгә мәктәптәрҙә тәрбиәләү процесының бөгөнгө талаптарға яуап бирергә тейешлеген аңларға кәрәк. Беҙ уҡытыусыны иҫкелек ҡалдыҡтарынан, бер туҡтауһыҙ яҙыу менән булышыуҙан, отчетлылыҡтан азат итергә тейешбеҙ. Уҡытыусы ҡағыҙҙар менән түгел, ә балалар менән эшләргә тейеш.

Медицина, һаулыҡ һаҡлау – өҫтөнлөклө йүнәлеш

- Беҙ өҫтәмә килем – 16,5 млрд һум аҡса алдыҡ. Был средстволарҙың бер өлөшөн һаулыҡ һаҡлау объекттары төҙөүгә, реконструкциялауға һәм ремонтлауға йүнәлтергә ҡарар иттек.

Беҙ “Һаҡсыл поликлиника” тигән яңы форматҡа күсәбеҙ. Унда кешеләр сиратта тормай ғына медицина ярҙамы аласаҡ. 2019 йылда республиканың бөтә поликлиникалары һаҡсылдар форматына күсергә тейеш.

“Земство табибы” программаһы дауам итә. Ауылға эшкә барған йәш табипҡа торлаҡ һатып алыу өсөн 1 млн һум аҡса бирелә.

Бөгөн республикала уртаса ғүмер оҙонлоғо - 71,5 йәш. 10-12 йылдан һуң беҙ һигеҙ йыл өҫтәргә тейешбеҙ. Мин республика Хөкүмәтенә сәләмәт йәшәү рәүешен үҫтереү стратегияһын эшләргә ҡуштым. Һәр кемдең үҙ һаулығына, туҡланыуға, көн режимына иғтибар биреүен теләйем.

Дарыуҙар менән тәьмин итеүҙә проблемалар бар

- Быйыл бушлай дарыуҙар менән тәьмин итеү түбәнәйҙе. Сәбәбе - федераль кимәлдә дарыуҙар һатып алыу буйынса конкурс ҡағиҙәләре үҙгәреүҙә. Дарыуҙарҙы ваҡытында алмаған һәм шуға бәйле ҡыйынлыҡтар кисергән кешеләрҙән ғәфү үтенәм. Яҡын көндәрҙә беҙ был хәлде яйға һалырбыҙ, тип ышанам.

Шихандар – республика байлығы

- Бөгөнгө ҡануниәткә ярашлы, тәбиғәт ҡомартҡылары ышаныслы һаҡлана. Һәм был статусты бөтөрөү мөмкин түгел. Республика Хөкүмәте бындай территорияларға бәйле тәҡдимдәр ала, әммә беҙ уларҙы кире ҡағабыҙ. Шулай уҡ халыҡ та шихандарҙы бирергә теләмәй.

Алданған өлөшсөләрҙең йорттары төҙөлөп бөтәсәк

- Республика бөгөн хәүеф зонаһында булған бөтә торлаҡ йорттарҙы (төбәк буйынса 77 йорт) төҙөп бөтөргә вәғәҙә бирә. Алданған өлөшсөләрҙең проблемалары менән шөғөлләнәсәк структура булдырылды. Өлөшләтә торлаҡ йорттар төҙөү кәмейәсәк.

Мәскәүҙә ҡалырғамы, әллә республикаға ҡайтырғамы?

Тыуған республикаларында үҙ карьераһын төҙөргә теләгән юғары уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙың был һорауына Рөстәм Хәмитов, вуз тамамлаусылар өсөн республикаға кәрәкле белгеслектәр реестры төҙөләсәк, тип яуап бирҙе.

Көнкүреш ҡалдыҡтары - көнүҙәк тема

- Республикала ҡалдыҡтарҙы яндырырға кәрәкмәй. Иң ҡулайлыһы, сүп-сарҙы сорттарға айырырға, эшкәртергә һәм был мәсьәләне тирә-яҡ мөхиткә зыян килтермәй, цивилизациялы хәл итергә кәрәк. Был эште үҙеңдән башларға һәм көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйырға кәрәк. Был йәһәттән беҙ әле эштең башында ғына торабыҙ.

Хаҡлы ялға китергә йыйынмайым

- Әлбиттә, мин мәңге республика Башлығы булып эшләй алмайым. 2019 йылдың мартына тиклем уйларға һәм ҡарар ҡабул итергә, киләһе срокка үҙемде тәҡдим итеү кәрәкме-юҡмы, ошо хаҡта халыҡ менән кәңәшләшергә әле ваҡыт бар. Өйҙә яҡындарым миңә: “Һине күргәнебеҙ ҙә юҡ, һин беҙгә кәрәкһең”, тиһәләр ҙә, әлегә был вазифанан китә алмайым. Эш бөтә ваҡытты - 24 сәғәтте, аҙнаһына ете көндө ала. Пенсияға йыйынмайым.

Парламент - йәмғиәт өсөн мөһим

- Сентябрҙә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙар уҙасаҡ. 110 депутат һайланасаҡ. Һайлауҙар асыҡ, ирекле һәм ғәҙел үтергә тейеш. Парламент республикала йәшәүсе бөтә кешеләрҙең фекерен сағылдырырға тейеш. Депутат итеп башлыса 35-45 йәшлек белемле, заманса ҡарашлы кешеләр һайланһын ине. Ҡыҫҡаһы, беҙгә эшләй торған парламент кәрәк.

Икенсе смена ҡасан бөтәсәк?

- Беҙ мәктәптәр төҙөйәсәкбеҙ. 2025 йылда икенсе смена булырға тейеш түгел. Ләкин был йәһәттән тағы ла бер проблема килеп тыуа – мәктәптәргә көндөң икенсе яртыһында нимә эшләргә. Түңәрәктәр, өҫтәмә белем биреү дәрестәре ойоштороу маҡсатҡа ярашлы буласаҡ.

Беренсе балаға 300 мең түләү тураһында законға төҙәтмәләр индерелә

- Беренсе бала тыуғас 300 мең һум күләмендәге бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү программаһы эшләй башланы. Хаталар һәм етешһеҙлектәр ҙә бар, әлбиттә. Мин төрлө сәбәптәр менән был программаға эләкмәгән бик күп ата-әсәләрҙән хаттар алдым. Барлыҡ үҙгәрештәр, шул иҫәптән икенсе төбәктәргә бала табырға барыусы әсәләргә ҡағылышлы төҙәтмәләр ҙә законға индереләсәк. Иң мөһиме, был бала – беҙҙеке, республикала йәшәйәсәк.

Туған телде белергә кәрәк

- Атай-әсәйҙең телен белеү мотлаҡ! Телде мәжбүри өйрәтеп булмай, кешене тел мөхитенә йәлеп итеү аша ғына һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин. Туған телдәрҙе өйрәнеүселәргә республика Башлығы гранттары, башҡорт, татар, мари, сыуаш телдәрен генә түгел, рус телен дә хуплау фонды булдырыласаҡ.

Беҙҙең шифаханалар егерменсе быуатта тотҡарланып ҡалды

- Беҙҙең шифаханаларҙа ял итеү ҡиммәткә төшә. Улар менән эшләйәсәкбеҙ һәм хаҡтарҙы яңынан ҡараясаҡбыҙ. Инвесторҙар ярҙамында шифаханаларҙың яңы корпустарын төҙөргә уйлайбыҙ.

Республикаға туристарҙы йәлеп итеү арта. 2017 йыл йомғаҡтары буйынса эске туризм үҫеше буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында тәүге ун төбәк исемлегенә инде. Беҙҙә туризм үҫешә, туристик кластерҙар формалаша. Әлбиттә, икенсе темптар кәрәк, әммә ресурстар етешмәй.

Крәҫтиәндәргә ниндәй ярҙам саралары күрһәтелә?

- Һуңғы ваҡытта, нисек кенә сәйер тойолмаһын, беҙ артыҡ етештереү күренешенә шаһитбыҙ. Былтыр 4 млн тонна иген йыйып алдыҡ, һөҙөмтәлә уның хаҡы күпкә төштө. Беҙгә ашлыҡты нисек тотоноуҙы белмәй тороп, миллиондарса тонна иген етештереү кәрәкмәй. Йәиһә уны ҙур күләмдә эшкәртергә, йә мал һанын күпкә арттырырға кәрәк. Баланс булыу мөһим. Республика өсөн 3,5 млн тонна етә.

Һөткә хаҡ та, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, түбәнәйә. Был, шул иҫәптән, Рәсәйгә ҙур күләмдә ҡоро һөт индергән Белоруссия яғынан экспансия һөҙөмтәһе. Был беҙгә отошло түгел. Күп хужалыҡтар һөт етештереүгә ҡулайлашҡан. Республикала эре һөтсөлөк фермалары төҙөү буйынса бер нисә инвестиция проекты әҙерләнә. Дәүләт үҙ баҙарын яҡларға тейеш. Хаҡтар көйләнер, тип ышанам.

Хоккейҙа бизнесмендар кәрәкмәй

- “Өфө” футбол клубы, “Салауат Юлаев” хоккей клубы, “Урал” воллейбол клубы, гандбол клубтары, волейбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһы – уларҙың барыһы ла Башҡортостандың спорт республикаһы булараҡ имиджы артыуын күрһәтә. Уңыштар ҙа, проблемалар ҙа бар, әлбиттә.

“Салауат Юлаев”ҡа килгәндә иһә, футболдағы кеүек, берҙәм уйынсылар булған көслө команда төҙөргә теләйбеҙ. Хоккейҙа һуңғы ваҡытта күберәк аҡса менән ҡыҙыҡһыналар, ә һөҙөмтәләр артҡы планға күсте. Беҙгә республика данын яҡлай алырлыҡ һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтерлек уйынсылар кәрәк.

Ағиҙел күпере ҡасан асыла?

- Күперҙе яңыртыу проекты бар, ул 3 млрд һумға иҫәпләнгән. Был бик күп. 37 млн һумға ла ремонт эштәре үткәреп, ҡоролманы тағы ла бер нисә йыл файҙаланыу мөмкинлеге булыуын асыҡланыҡ. Йәйгә тиклем был эштәр тамамланып, машиналар хәрәкәте тергеҙелер, тығындар ҙа бөтөр, тип ышанам.

Һәләтле балалар өсөн мөмкинлектәр буласаҡ

- Һуңғы 10-15 йылда республика математика, химия һәм башҡа фәндәр буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашыу һәм еңеүҙәр яулау йәһәтенән үҙ позицияларын юғалтты. Бөгөн беҙ өс лицей-интернат асыу өҫтөндә эшләйбеҙ, унда һәләтле балалар өсөн бик яҡшы мөмкинлектәр тыуҙырыла, педагогтар ассоциацияһы тергеҙелә һәм уҡыусыларҙың дөйөм әҙерлек кимәлен күтәрәсәкбеҙ.

Зилә ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.

Читайте нас: