Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
30 Март 2018, 13:15

Уның тураһында яҡты иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр

Оло йөрәкле, изге күңелле, һоҡланғыс кеше, йәмәғәт эшмәкәре, үҙ эшенең оҫтаһы Макарова Галина Степановнаның ғүмере фажиғәле өҙөлдө.

Оло йөрәкле, изге күңелле, һоҡланғыс кеше, йәмәғәт эшмәкәре, үҙ эшенең оҫтаһы Макарова Галина Степановнаның ғүмере фажиғәле өҙөлдө.

Г. С. Макарова 1950 йылдың 14 февралендә Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында донъяға килә. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, 1972 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген Аксен урта мәктәбенең рус һәм немец телдәре уҡытыусыһы булып башлай. 1973-1978 йылдарҙа – ВЛКСМ-дың Әлшәй район комитеты секретары, артабан һуң ошо комитеттың мәктәптәр бүлеге мөдире булып эшләй. 1978 йылдан Галина Степановна партия эше менән шөғөлләнә, пропаганда һәм агитация бүлеге инструкторынан алып идеология бүлеге мөдире урынбаҫары - КПСС-тың Әлшәй район комитетының политпросвещение кабинеты мөдиренә тиклем юл үтә.

1990-1996 йылдарҙа Әлшәй район Советы башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире була. 1996 йылдан башлап Әлшәй үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры вазифаһын үтәй. 2004 йылда Әлшәй районы хакимиәте башлығының кадрҙар буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2005 йылдан алып ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем Г. С. Макарова “Әлшәй биләмә-ара үҙәк китапхана” муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы директоры булып хеҙмәт һала. 2006 йылдан - Әлшәй районы муниципаль район Советы рәйесе урынбаҫары.

Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Галина Степановна һәр ваҡыт тыйнаҡлығы, әҙәплелеге, уҡымышлылығы, юғары һөнәри оҫталығы менән айырылып торҙо. Зирәк һәм төплө аҡыллы булыуы һөҙөмтәһендә башҡа өлкәләрҙәге мәсьәләләрҙе лә хәл итә белде. Ул заманса ҡарашлы, талапсан, етеҙ, тырыш етәксе ине. Һәр кем менән уртаҡ тел таба һәм үҙ идеяһы менән башҡаларҙы ла ҡыҙыҡһындыра белде һәм теләһә ниндәй бурыстарҙы тормошҡа ашырыу оҫталығына эйә булды. Ул яуаплылыҡты бер ҡасан да башҡаларға йөкләтмәне, шәхси ваҡыты менән да иҫәпләшмәй һәм эшенең күп булыуына ла ҡарамай, ҡатмарлы проблемаларҙы хәл итеүгә үҙе тотондо. Эшлекле һыҙаттары, ныҡышмалылығы һәм ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшеү оҫталығы менән ул коллегалары араһында ҙур хөрмәт һәм ихтирам ҡаҙанды, яҡындарына ла күңел йылыһын, хәстәрлеген йәлләмәй өләште.

Маҡсатҡа ынтылыусан ижади шәхес, үҙ эшенең энтузиасы булған Г. С. Макарова әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барҙы: егерме йылдан ашыу ул мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең район профсоюз ойошмаһына етәкселек итте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең республика комитеты президиумы ағзаһы, район Советы депутаты булды. Ветерандар советы менән бергә йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү буйынса ҙур эш алып барҙы.

Г. С. Макарованың хеҙмәт ҡаҙаныштары юғары дәүләт һәм ведомство наградалары: “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме, “Рәсәй профсоюздарының 100 йыллығы” миҙалы, күп һанлы Почет грамоталары менән билдәләнде. Үҙ эше өсөн янып-көйгән талантлы, инициативалы, ижади шәхес, тынғыһыҙ хеҙмәткәр Макарова Галина Степановна тураһындағы яҡты иҫтәлек йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.

Д. Р. Мостафин, С. Н. Колеганов, Ә. М. Әхмәҙиев, Ф. Г. Вилданов, Ш. Ш. Сәлимов, З. З. Әхмәтов, Н. Ә. Хәйретдинов, Д. Ә. Әхмәҙишин, И. Х. Кашапов, С. В. Трунова, Д. Ю. Шелковников, М. Ф. Әкимбәтов, Ф. Ғ. Хәйбрахманов, Х. Х. Мортазина.

Читайте нас: