Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәре буйынса, участка һайлау комиссияһы йомғаҡлау протоколдарының 99 процентын эшкәрткәндән һуң, дәүләт башлығын һайлауҙа 76,65 процент йыйып, ғәмәлдәге Рәсәй Президенты Владимир Путин алда бара.
Район территориаль һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 18 мартта Рәсәй Президентын һайлауҙа Әлшәй районында 26895 кеше тауыш биргән. Был – 85,45 процент тигән һүҙ.
Бына илебеҙ өсөн иң мөһим һайлау – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙар ҙа үтеп китте. Дәүләт башлығы вазифаһына дәғүә итеүселәрҙең һайлау алдынан көсөргәнешле көрәше, һигеҙ кандидаттың һайлау штабының нон-стоп режимындағы эше тамам, улар араһында тәүге тапҡыр гүзәл зат вәкиле лә булды, был сәйәси ваҡиғаға йәмәғәт күҙәтеүселәре, волонтерҙар ҙа йәлеп ителде. Хәйер, 2018 йылғы һайлауҙың нисек үтеүе тураһында һөҙөмтәләрҙе һәм күҙәтеүҙәрҙе сәйәсмәндәргә ҡалдырайыҡ. Ә беҙ, әлшәйҙәр өсөн, был һайлау халыҡтың күңел ҡушыуы буйынса, бөтә ғаиләләре менән, өләсәй һәм олатайҙарҙың ейәндәре менән тауыш бирергә килеүе, шулай уҡ бар халыҡты берләштергән ҙур ваҡиға, байрам булып хәтерҙә ҡалыр.
Был көндө районда Асыҡ ишектәр көнө лә уҙҙы. Раевка ауылының бөтә ун һайлау участкаһында, шулай уҡ Аксен һәм Шафран ауылдарында район Советы депутаттары граждандарҙы ҡабул итте, медицина хеҙмәткәрҙәре консультациялар бирҙе. Бынан тыш, мәҙәни-ағартыу программаһы ла бик бай булды. Белем биреү учреждениеларына килеүселәр музейҙарҙа булды,социаль-мәҙәни үҙәк артистары дәртле йырҙар һәм күңелле көйҙәр бүләк итте. Үҙәк китапхана ла бай программа әҙерләгәйне, унда яңы китаптар менән таныштырҙылар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙеләр.
Әлшәй районындағы Асыҡ ишектәр көнөнә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әхәт Бакиров та ҡушылды.