Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
18 Март 2018, 23:26

Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү тамамланды. Һайлау участкалары ябылды

Башҡортостанда киске сәғәт 8-ҙә Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү өсөн бөтә участкалар ябылды. Республика халҡы алты йылға дәүләт башлығын һайланы.

Башҡортостанда киске сәғәт 8-ҙә Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү өсөн бөтә участкалар ябылды. Республика халҡы алты йылға дәүләт башлығын һайланы. Башҡортостанда киске сәғәт 6-ла дәүләт башлығын һайлауҙа төбәк халҡының 64,39 проценты тауыш бирҙе. Республикала йәшәүсе 1 954 914 кеше гражданлыҡ бурысын үтәне.

Республикала 3398 стационар һайлау участкаһы һәм граждандарҙың ваҡытлыса булыу урындарында (31 – дауалау учреждениеһында, өс – шифаханала, өс – тикшереү изоляторында, бер – Өфө ҡалаһының тимер юл вокзалында) ойошторолған 38 участка эшләне.

Бөгөн, 18 мартта, Рәсәйҙә ил Президентын һайлайҙар. Дәүләт башлығы вазифаһы өсөн Бабурин Сергей Николаевич («Рәсәй дөйөм халыҡ союзы»), Грудинин Павел Николаевич (КПРФ), Жириновский Владимир Вольфович (ЛДПР), Путин Владимир Владимирович (үҙен-үҙе күрһәткән), Собчак Ксения Анатольевна («Гражданлыҡ инициативаһы»), Сурайкин Максим Александрович («Рәсәй коммунистары»), Титов Борис Юрьевич (Үҫеш партияһы), Явлинский Григорий Алексеевич («Яблоко») көс һынаша.

Читайте нас: