Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү көнөндә 1078 объект видеокүҙәтеү менән тәьмин ителәсәк.
Камералар бөтә республика буйлап, шул иҫәптән беҙҙең районда ла урынлашҡан, атап әйткәндә, Раевка ауылының 827-се участкаһында (М. Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы бинаһы) һәм 828-се участкала (гимназия) эшләйәсәк. Трансляция 17 мартта башлана һәм бөтә илебеҙ территорияһында тауыштар тулыһынса иҫәпләнеп бөткәс, 19 мартта тамамлана.
Тәүге тапҡыр видеокүҙәтеү саралары йомғаҡлау документтары ҡабул ителгән территориаль һайлау комиссиялоары биналарында ла ҡуйыла. Район территориаль һайлау комиссияһында камера 18 мартта теүәл 20 сәғәттә ҡабыҙыласаҡ һәм участка комиссияларынан протоколдар ҡабул итеү тамамланғанға тиклем эшләйәсәк.