Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
22 Декабрь 2017, 14:26

Ғәҙел, асыҡ, сифатлы

Республикала илебеҙҙең төп һайлауҙары – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға әҙерлек башланды.

Республикала илебеҙҙең төп һайлауҙары – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауға әҙерлек башланды.
Муниципалитеттар һәм ауыл биләмәләре, территориаль дәүләт власы органдары башлыҡтары, һайлау комиссиялары ағзалары видеоселектор кәңәшмәһендә Башҡортостанда һайлауҙың нисек үтәсәген тикшерҙе.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный март айында уҙасаҡ һайлауҙы ойоштороу һәм үткәреү өсөн яуаплы структураларҙың һәм органдарҙың төп бурыстарын билдәләне. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һайлаусылар исемлеген төҙөү һәм аныҡлауҙы тейешле кимәлдә үткәреү һайлау кампанияһына әҙерлек эшендә мөһим мәсьәләләрҙең береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ҡануниәттәге яңылыҡтар, тауыш биреү урыны һәм ваҡыты, шул иҫәптән йәшәү урынынан ситтә тауыш биреү мөмкинлеге, видеокүҙәтеү һәм онлайн-трансляция өсөн участкаларҙы махсус ҡорамалдар менән тәьмин итеү, тауыш биреү йомғаҡтары тураһында протоколдар әҙерләгәндә QR-код технологияһын ҡулланыу хаҡында ла бәйән ителде.
Бөтә кимәлдәге һайлауҙарҙы ойоштороусылар алдында уны ғәҙел, асыҡ һәм сифатлы итеп уҙғарыу бурысы тора.
Фәнүзә СУФИЯНОВА.