Республикабыҙ баш ҡалаһында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең сираттан тыш IV съезы уҙҙы, уның эшендә беҙҙең район делегацияһы ла ҡатнашты.
Әле күптән түгел генә “Ағинәйҙәр” район клубы активистары – Раевка, Ҡыпсаҡ-Асҡар, Ҡармыш, Сурай, Аҡҡолай ҡатын-ҡыҙҙары - Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында осрашыу үткәрҙе, унда улар тәжрибә уртаҡлашты, быйыл башҡарылған эштәр тураһында һөйләште һәм республикала ошо хәрәкәт етәксеһе Гөлфиә Янбаева менән киләсәккә пландар ҡорҙо. Ә уҙған аҙнала ағинәйҙәр Өфөлә уҙған Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте съезы эшендә ҡатнашты.
- Ойошманың тәүге рәйесе, ғалимә Нәжибә Мәҡсүтованың тыуыуына 85 йыл тулыуға арналған съезға Башҡортостан райондарынан ғына түгел, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалаларынан һәм Силәбе өлкәһенән дә делегаттар килде. Форум сиктәрендә башҡорт телен өйрәнеү, экология, балалар тәрбиәләү, һаулыҡ һаҡлау кеүек көнүҙәк темаларға фекер алыштыҡ, - ти ағинәйҙәр Рәйсә Мөфтиева, Миләүшә Яхина һәм Мәрфүғә Шәйхетдинова.
Шулай уҡ съезда Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте советы составы һайланды, уны филология фәндәре кандидаты Гөлнур Ҡолһарина етәкләйәсәк.
Сара сәнғәт оҫталары концерты менән тамамланды, улар араһында Ҡыпсаҡ-Асҡар мәҙәниәт йортоноң “Әхирәттәр” фольклор коллективы ла уңышлы сығыш яһаны.