Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
14 Декабрь 2017, 12:31

Рөстәм Хәмитов 2018 йылды Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан итте

2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәк Хөкүмәте ултырышында белдерҙе.

2018 йыл Башҡортостанда Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был турала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов төбәк Хөкүмәте ултырышында белдерҙе.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу балалы ғаилә йәшәй. Уларға булышлыҡ итеү өсөн республика ҡаҙнаһынан йыл һайын 10 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелә. Был йәһәттән республика тәжрибәһе федераль кимәлдә лә танылыу тапты.
– Шуға бәйле 2018 йылды республикала Ғаилә йылы тип иғлан итеү тәҡдимен индерәм. Әле минең ҡушыуым буйынса тейешле указ әҙерләнә. Был ҡарар быйыл ишле ғаиләләргә дәүләт ярҙамы сараларын көсәйтеү йәһәтенән Рәсәй Президенты иғлан иткән Балалыҡ ун йыллығы бурыстарына тулыһынса тап килә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Хөкүмәткә уны тормошҡа ашырыуға Ғаилә йылының төп сараларын әҙерләү, тейешле министрлыҡтарҙы һәм ведомстволарҙы, район һәм ҡала хакимиәттәрен, предприятиеларҙы, йәмәғәт ойошмаларын йәлеп итеү бурысы йөкмәтелә. Ошо күп яҡлы эште бергәләп ойошторорға һәм алып барырға кәрәк. Ғаилә йылының саралары ғаилә институтын үҫтереү, ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу буйынса дәүләттең, йәмғиәттең һәм бизнестың көсөн берләштерергә тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, ошо ике йүнәлеш – волонтерлыҡ һәм ғаилә сәйәсәте – бер-береһен тулыландырырға тейеш.
– Волонтерлыҡ ирекмәндәрҙең төрлө форумдарҙа, сараларҙа ҡатнашыуы ғына түгел, тәү сиратта көн һайын, шул иҫәптән ғаилә именлеге, йәмғиәтебеҙҙең ячейкаһын үҫтереү өсөн даими эшләү икәнлеген беләбеҙ, – тип билдәләне республика башлығы. – 2018 йыл йомғаҡтары буйынса файҙа алырбыҙ һәм яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшербеҙ, тип ышанам. Ләкин бының өсөн, әлбиттә, эшләргә кәрәк.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәре буйынса
Читайте нас: