Әлшәй хәбәрҙәре
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Победа. Новости
7 Май 2020, 22:09

ӘЛШӘЙ РАЙОНЫ БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ ЙЫЛДАРЫНДА

Фронтҡа ярҙам хәрәкәтенә ҡушылып, район эшсәндәре “Башҡорт истребителе” эскадрильяһы хәрби самолеттары һәм танк колоннаһы төҙөү өсөн 4 миллион һум аҡса йыйып бирә.

Һуғыштың тәүге көндәренән үк райондың меңдәрсә улдары һәм ҡыҙҙары ил һағына баҫты, бик күп техника, автомобилдәр, тракторҙар, аттар һәм аҙыҡ-түлек фронтҡа оҙатылды:

Әлшәй РКВКП (б) бюроһының 1941 йылдың 28 июнендәге “Мобилизациялауҙың тәүге көндәре йомғаҡтары тураһында” ҡарарынан: Партияның район комитеты бюроһы, мобилизациялауҙың тәүге алты көнө әлшәйҙәрҙең илһөйәрлеген, СССР-ға баҫып ингән дошманға ҡаршы һуғышҡа әҙер булыуын күрһәтә. Был осорҙа Ҡыҙыл Армияға алыныу тураһында район буйынса йөҙгә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Һуғышҡа китеүселәрҙең ойошҡан төҫтә килеүе һәм йыйыу-тапшырыу пунктына автомеханик транспорт һәм аттар поставкалау тәьмин ителә.

1942 йылдың 1 февраленә Ҡыҙыл Армияға саҡырыу һөҙөмтәләре тураһында хәрби комиссариат мәғлүмәтенән:

Әлшәй районы буйынса: хәрби иҫәптә торған 6413 кешенең 5332-һе Ҡыҙыл Армия сафына алынған.

Район архивында “Ленинская Победа” колхозынан Савелий Миронович Ятленконың Сталинға яҙған хаты һаҡлана: “Ҡәҙерле Иосиф Виссарионович! Ҡыҙыл Армия сафына үҙемдең ете улымды ебәрәм һәм уларға көстәрен һәм ғүмерҙәрен ҡыҙғанмайынса, Тыуған илебеҙҙе һаҡларға ҡуштым. Үҙем колхозда намыҫ менән эшләргә һүҙ бирәм. Мин үҙемдең аҡсамды хәрби авиацияны нығытыуға бирәм. Улдарыбыҙ дошманды аяуһыҙ тар-мар итһен”.

Әлшәйҙәр фашист Германияһын еңеүгә лайыҡлы өлөш индерҙе. Ҡайҙа ғына булмаһын – колхоз-совхоздарҙа, сәнәғәт, транспорт, сауҙа предприятиеларында, мәғариф учреждениеларында – олоһо ла, кесеһе лә фиҙакәр эшләне, фронтты районда булған бөтә ресурстар менән тәьмин итте.

Район фронтҡа аҙыҡ-түлек һәм аҡса йыйыу буйынса республикала алдынғы урындарҙы биләне. Архив документтары һәм яҡташтарыбыҙ хәтирәләре ошо хаҡта һөйләй. Бына 1942 йылдың ноябрендәге документ: “Мәскәү. Кремль. И. В. Сталинға: “Совет халҡы немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкә бөтә көсөн йүнәлткәндә беҙ, “Ленинская Победа” колхозы колхозсылары, Тамбов колхозсылары өлгөһө буйынса, аҡсабыҙҙы хәрби техника поставкалауға бирәбеҙ. Быға тиклем колхозсыларҙың 106 мең һумын ебәреүҙән тыш, колхоздың 100 мең һум аҡсаһын “Башкирский истребитель” хәрби самолетын төҙөүгә ебәрәбеҙ. Летчиктар- совет халҡы улдары беҙҙең аҡсаға төҙөлгән хәрби машинала дошманды юҡ итһен. “Ленинская Победа” колхозы колхозсылары ҡушыуы буйынса – Божко, колхоз рәйесе”.

Эшсе ҡулдар етешмәй

Колхоздарҙа һәм совхоздарҙа йөҙҙәрсә ҡатын-ҡыҙҙар тиҙ арала механизатор һөнәрен үҙләштереп, тракторҙар һәм комбайндар штурвалы артына ултырҙы һәм бының менән армияға алынған ир-егеттәрҙең 80 процентын алмаштырҙы. Мәҫәлән, Ташлы МТСынан Гортинская, Аксендан Нәбиуллина һәм Әбдрәшит МТСынан Демичева, Фәттәхова, Куриная һәм Камская кеүек алдынғы тракторсыларҙың ер һөрөү нормаһы 150-320 гектар тәшкил итте.

Ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм ҡарт-ҡоро үҙҙәре иген сәсә һәм йыйып ала, ат менән, улар етмәгәндә һыйыр менән ер һөрә – йәғни ауыр ирҙәр эшен башҡарҙы.

Ауыл хужалығы машиналары һәм кешеләр етешмәүенә ҡарамаҫтан, район хужалыҡтары сәсеүлек майҙандарын кәметмәне, ә дәүләт йөкләмәләрен тулы күләмдә һәм ваҡытында үтәне.

Ҡатын-ҡыҙҙар бер ҡасан да булмағанса рух күтәренкелеге күрһәтте: улар ирҙәрен һәм улдарын юғалтыуҙы түҙемлек менән үткәрҙе. Хеҙмәт фронтында ал-ял белмәй эшләгән 11 мең кеше “Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙакәр хеҙмәт өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.

Йөҙҙәрсә әлшәйҙәр Уралдың хәрби заводтарында һәм Кузбасс күмер шахталарында хеҙмәт һалды.

Яҙғы сәсеүҙе уңышлы үткәргәне һәм икмәк әҙерләү планын үтәгәне өсөн 1944 йылда районыбыҙ ВКП (б) өлкә комитетының һәм БАССР Совнаркомының күсмә Ҡыҙыл Байрағы менән бүләкләнде һәм 150 мең һумлыҡ сәнәғәт тауарҙары менән премиялар тапшырлды. Һуғыш йылдарында районға партияның район комитеты беренсе секретары Алексей Александрович Баталов һәм район башҡарма комитеты рәйесе Миңлеғәли Саҙрислам улы Саҙрисламов етәкселек итә.

Ул йылдарҙа “Ленинская Победа” (колхоз рәйесе – Божко), “Антонов исемендәге” (Герасименко), “Игенче” (Ғәйфуллин), “Трудовик” (Чиликин), “Ильич юлы” (Солтанов), “Ҡыҙыл Октябрь” (Хәйруллин), Куйбышев исемендәге (Хәкимов) колхоздары алдынғы хужалыҡтарҙан һанала. Бөтәһе район буйынса 76 колхоз һәм 2 совхоз эшләй.

Ауыл йәштәре лә һуғыш йылдарында фиҙакәр эшләне

Яҡташыбыҙ, Раевка станцияһының тимер юл мәктәбе уҡыусыһы Нина Саламатинаның хеҙмәт батырлығы бөтә илгә тарала. Ул тарынан мул уңыш үҫтереү буйынса йәштәр звенолары ойоштороу инициаторы була һәм әхирәттәре менән рекордлы күрһәткескә - гектарынан 30 центнерға яҡын уңыш алыуға ирешә. Уның башланғысына илебеҙҙең меңдәрсә егеттәре һәм ҡыҙҙары ҡушыла. Ул Республика һәм Бөтә Союз ярышында еңеүсе була һәм “Батыр хеҙмәт өсөн” миҙалы һәм Ленин Ордены менән бүләкләнә.

Дошманға нәфрәт тойғоһо, Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләү теләге әлшәйҙәргә героик хеҙмәт өлгөләре күрһәтеүгә дәртләндерә. Бында, тылда, кешеләр ысын мәғәнәһендә мөғжизә тыуҙыра. Мәҫәлән, Раевка станцияһы тимер юлсылары, поездарҙы фронтҡа оҙатып, уларҙың йөрөүен норма буйынса 4 сәғәт урынына ике тапҡырға арттыра. Раевка станцияһы етәкселәре М. А. Борисов, Шафрандан Д. Т. Летюшов, бер нисә машинист СССР тимер юлдары Наркомы наградаларына лайыҡ була.

Бында, Урал төбәгендә, эвакуацияланған заводтарҙы тергеҙеү буйынса ҙур эш йәйелдерелә

Һуғыш йылдарында беҙҙең районда ҡыҫҡа ваҡытта эвакуацияланған предприятиелар базаһында өс завод төҙөлә. Һанаулы айҙарҙа Сталинград өлкәһенән күсерелгән консерва заводы сафҡа индерелә. Ҡорамалдар “Заготскот”тың ҡулайлаштырылмаған саман биналарына урынлаштырыла. Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, 1943 йылдың июлендә 350 мең банка тәүге продукция эшләп сығарыла һәм фронтҡа оҙатыла.

Бынан тыш, Шафран ауылында етештереү ҡеүәте тәүлегенә 230 декалитр тәшкил иткән спирт заводы төҙөлә, завод тәүге продукцияны 1944 йылда эшләп сығара. Ленинградтан эвакуацияланған ҡорамалдар базаһында 1942 йылда химия заводы төҙөлә.

Районда “Альшеевоуголь” шахтаһы эшләй (Шахта ауылы). Бынан Раевка ҡасабаһына эвакогоспиталь өсөн яғыулыҡ, шулай уҡ урындағы тимерлек өсөн күмер килтерәләр.

1942 йыл башында Башҡортостан ҡалаларына һәм райондарына эвакуцияланған 300 меңгә яҡын кеше урынлаштырыла. Беҙҙең район эвакуцияланған Ленинград Композиторҙар союзы балалар интернатын да үҙенә ҡабул итә һәм уны “Правда” колхозына урынлаштыра. Шафран курортында һәм 44-се тимер юл мәктәбендә балалар йорттары урынлаша. 1941 йылда Аксен ауыл хужалығы техникумы ваҡытлыса ябыла һәм унда Мәскәүҙән эвакуацияланған Горький исемендәге балалар йорто урынлаша.

Бөтә һуғыш йылдары дауамында беҙҙә 3 эвакогоспиталь: Раевкала – 2-се мәктәптә, Чехов санаторийында һәм Шафранда урынлаштырыла. Яралылар һалынған носилкалар теҙмәһенең әкрен генә шифаханаға йүнәлеүе, ә бер ни тиклем яугирҙәрҙең ҡултыҡ таяҡтарында үҙ аллы хәрәкәт итеүе Шафрандың оло йәштәге кешеләре күңелендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. 2576-сы Шафран эвакогоспитале 1941 йылдан 1946 йылдарға тиклем яралыларҙы ҡабул итә. 1941 йылдың август аҙағында тәүге яралылар килтерелә, госпиталь аяҡ-ҡулдары яраланған яугирҙәргә тәғәйенләнә, тәжрибәле белгестәр хирургия ярҙамы күрһәтә. 1943 йылдан 2576-сы эвакогоспиталь хирургик ярҙам күрһәтеүҙән терапияға күсерелә, унда үпкә туберкулезы менән ауырыған сирлеләр ҡабул ителә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, фронттарҙан килтерелгән яралыларҙың күбеһе ауыр хәлдә була. Бында улар дауаланып яңынан фронтҡа китә. Ләкин 364 яугир ауыр яраларҙан вафат була һәм Шафранда Туғандар ҡәберлегендә ерләнә.

Ауыр һуғыш йылдарына ҡарамай, госпиталдәрҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү яҡшы ойошторола. Медикаменттар һәм бәйләү материалдары менән ваҡыт-ваҡыт бер ни тиклем ҡыйынлыҡтар килеп тыуһа ла, был проблемалар тиҙ арала хәл ителә.

Әлшәйҙәр партия Үҙәк Комитетының “Бөтәһе лә фронт өсөн! Бөтәһе лә Еңеү өсөн!” саҡырыуын берҙәм күтәреп ала.

Фронтҡа ярҙам хәрәкәтенә ҡушылып, район эшсәндәре “Башҡорт истребителе” эскадрильяһы хәрби самолеттары һәм танк колоннаһы төҙөү өсөн 4 миллион һум аҡса йыйып бирә.

1943 йылда, Ҡыҙыл Армияның 25 йыллығы уңайынан, башҡорт делегацияһы Көньяҡ-көнбайыш фронты яугирҙәренә 60 вагонға тейәп бүләктәр алып бара. Был делегация составында күп йылдар Шафран ҡасаба Советы башлығы булып эшләгән Анисья Ивановна Радионова ла булған. Фронтҡа бөтәһе 8 тонна аҙыҡ-түлек - ит, бал, май, сохари һәм Әлшәй халҡы йыйған 6 меңдән ашыу посылка була.

Бөтә Союз Хәтер китабында Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған алты меңгә яҡын яҡташыбыҙҙың исеме яҙылған.

Беҙ Әлшәй ерен данға күмгән яҡташтарыбыҙ – Советтар Союзы Геройҙары менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Улар Иван Яковлевич Гайдым (Ҡыҙыл ауыл Советының Писаревка ауылы), Игорь Валентинович Копейкин һәм Алексей Васильевич Никонов (Аксен ауылы), Степан Семенович Овчаров (Новоконстантиновка), Михаил Иванович Рабовалюк (Отрада ауылы), Хоҙат Сәлимйән улы Булатов (Себенле ауылы), Александр Павлович Фролов (Казанка мәктәбе директоры), Павел Федорович Щербаков (Раевка ҡасабаһы), Солтан Хәмит улы Бикеев (Өфө), шулай уҡ Дан орденының тулы кавалеры Хәниф Хажиғәли улы Абдрахманов.

Бөйөк Ватан һуғышының барлыҡ фронттарында Әлшәйҙән 12 меңдән ашыу яугир ҡатнашты, улар Мәскәү, Сталинград, Ленинград, Орел, Киев ҡалаларын, Көнбайыш Европа илдәрен азат итте, Берлинды штурмланы, милитаристик Японияға ҡаршы алышты.

Ленинградты обороналауҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн бик күп яҡташтарыбыҙ орден-миҙалдар менән бүләкләнде, улар араһында Нәби Ғатаулла улы Хөсәйенов, Виктор Григорьевич Калюжный, Михаил Тришкин, Виктор Куприянов, Михаил Пасечников, Наил Фәйрүзов, Алексей һәм Михаил Ивановтар һәм башҡалар бар.

Сталинград яуында йәнен-тәнен аямай һуғышҡан Сафуан Ғөбәй улы Фәхретдинов, Федор Семенович Проценко, Вәғиз Хәмәтшәрип улы Ғәзиев, Валентина Григорьевна Кузнецова, Анна Федоровна Игнатьеваны ла онотоу мөмкин түгел.

Курск дуғаһында Николай Иванович Антошкин, Шакир Әхипйән улы Әхипйәнов, Вәли Бәхти улы Хөсәйенов, Ислам Сәләх улы Шәйхетдинов ҡаһармандарса алышҡан.

Мәскәүҙе һаҡлауға Хәмит Шакир улы Ғөбәйҙуллин, Виктор Васильевич Кузнецов кеүек яҡташтарыбыҙ үҙ өлөшөн индергән.

Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа һуғыштың барлыҡ фронттарында, дошман тылындағы операцияларҙа ҡатнашҡан. 1942 йылда Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙҙар эшелоны Сталинград фронтына ебәрелә. Улар ир-егеттәр менән бер рәттән, зенитсылар, элемтәселәр, санинструкторҙар, хәрби машина водителдәре булып хеҙмәт итә. Улар араһында районыбыҙҙан Игнатьева Анна Федоровна, Фролова Лидия Тимофеевна, Сараева Валентина Петровна, Морозова Клавдия Петровна, Гапонова Александра Михайловна, Лоҡманова Ғәбиҙә Нурислам ҡыҙы, Шахнюкова Анна Владимировна, Кокарева Анна Леонтьевна, Быкова Анна Михайловна, Сазонова Мария Гурьевна, Кинйәбаева Кәримә Низаметдин ҡыҙы, Маликова Людмила Сергеевна, Саматова Динә Ғарип ҡыҙы, Христолюбова Александра Алексеевна, Сөләймәнова Фәрәғиә Мортаза ҡыҙы һәм башҡалар бар.

1945 йылда Еңеү уңайынан Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үткән тантаналы парадта фронтовик яҡташтарыбыҙ Барый Хәлим улы Дәүләтов, Николай Васильевич Блинов, Сәфәр Тимерғәли улы Солтанов та ҡатнашҡан.

Читайте нас в